Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
16 Ғинуар 2019, 12:02

Сирҙе дауалауға ҡарағанда, иҫкәртеү еңелерәк

ДИСПАНСЕРИЗАЦИЯ

Хөрмәтле Мәсетле районы халҡы! Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы 21 (1998), 24 (1995), 27 (1992), 30 (1989), 33 (1986), 36 (1983), 39 (1980), 42 (1977), 45 (1974), 48 (1971), 51 (1968), 54 (1965), 57 (1962), 60 (1959), 63 (1956), 66 (1953), 69 (1950), 72 (1947), 75 (1944), 78 (1941), 81 (1938), 84 (1935), 87 (1932), 90 (1929), 93 (1926), 96 (1923), 99 (1920) йәштәге кешеләрҙе диспансеризация үтергә саҡыра.

Диспансеризация һеҙҙең участка терапевы кабинетынан йәки медицина профилактикаһы кабинетынан (ҮРД поликлиникаһының 3-сө ҡаты, 41-се кабинет) башлана. Унда анкета тултыралар, антропометрик тикшереүҙәр уҙғаралар, күҙҙең ҡан баҫымын (39 йәштән) үлсәйҙәр. Шунан һуң пациент маршрут ҡағыҙы ала һәм флюорография, маммография, электрокардиография һәм башҡа- ларҙы үтә башлай. Диспансеризация сиктәрендә бөтә анализдар һәм тикшереүҙәр ҙә бушлай. Шулай уҡ үҙегеҙ менән мотлаҡ медицина полисын алып килергә кәрәк. Һаулыҡ торошоғоҙ тураһындағы бөтә мәғлүмәттәрҙе лә “Сәләмәтлек паспорты”на яҙасаҡтар, ә ул, үҙ сиратында, киләһе диспансеризацияға ҡәҙәр һеҙҙең үҙегеҙҙә һаҡланасаҡ.

Һәр кеше 3 йылға бер тап-ҡыр билдәләнгән күләмдә диспансеризация үтергә хоҡуҡлы. Әгәр кеше тикшереү үтергә теләһә, тик әлеге йылда ул үтергә тейеш булмаһа, ундай осраҡҡа “Профилактик медицина тикшереүҙәрен уҙғарыу тәртибе” тигән тағы ла бер документ эшләнгән, ул аҙыраҡ һандағы тикшереү-ҙәрҙе күҙ уңында тота, әммә пациенттың төп проблемаларын хәл итеү өсөн улар етәрлек.

Йәшенә ҡарамаҫтан түбәндәге тикшереүҙәр һәр кем өсөн мотлаҡ:

- инфекциялы булмаған хроник сирҙәрҙе, уларҙың үҫешеү факторҙарын асыҡлау өсөн һорау алыу;

- антропометрия (буй, ауырлыҡ, кәүҙә массаһы индексы);

- артериаль ҡан баҫымын үлсәү;

- ҡандың дөйөм холестерины;

- ҡан глюкозаһы;

- үпкә флюорографияһы;

- участка табип-терапевында ҡаралыу.

Йәш һәм енес буйынса тикшереүҙәр:

- күҙҙәрҙең ҡан баҫымын үлсәү;

- ҡан тамырҙары хәүефен суммар билдәләү;

- ЭКГ: 36 йәштән өлкәнерәк ирҙәр, 45 йәштән өлкәнерәк ҡатын-ҡыҙҙар;

- маммография – 39 йәш һәм унан өлкәнерәк;

- оло ярауҙы йәшерен ҡан-ға тикшереү;

- ҡандағы простат-специфик антигенды (ПСА) билдәләү;

- ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡарау кабинеты (цитологияға мазок).

Бөтә тикшереүҙәрҙе үткәндән һуң, белгестәр кешене һаулыҡ торошо буйынса төркөмгә билдәләй:

I төркөм – сир үҫешеү хәүефе түбән һәм уртаса бул-ған кешеләр;

II төркөм – сир үҫешеү хәүефе юғары һәм бик юғары булған кешеләр;

III а һәм б төркөмө – иҫбатланған сире булған кешеләр.

Әгәр диспансеризацияның беренсе этабы һөҙөмтәләре буйынса һеҙҙә инфекциялы булмаған хроник сир булыуына шик йәки суммар йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыу-ҙары хәүефенең бик юғары булыуы асыҡланһа, участка табибы һеҙгә был хаҡта хәбәр итә һәм диспансеризацияның икенсе этабына ебәрә, ә уның оҙайлығы һеҙгә кәрәкле өҫтәмә тикшереү күләменә бәйле. Икенсе этапты үтеү өсөн махсус йүнәлеш табиптары (невролог, акушер-гинеколог, уролог, офтальмолог, отоларинголог, хирург һ. б.) консультацияһы, ҡан тамырҙарындағы төйөрсәләрҙең (бляшки) булыу-булмауына тикшереү, гастроскопия, колоноскопия, спирометрия һ. б. уҙғарыла.

Диспансеризацияның мөһим үҙенсәлеге – инфекцион булмаған хроник сир-ҙәрҙе һәм уларҙың үҫеше өсөн хәүеф факторҙарын иртә асыҡлау ғына түгел, ә әлеге хәүеф факторҙары булған барлыҡ граждандарға ҡыҫҡа профилактик консультация, шулай уҡ юғары һәм бик юғары суммар йөрәк-ҡан тамыр-ҙары хәүефе булған кешеләргә индивидуаль төплө һәм төркөмләп консультация уҙғарыу.

Ундай әүҙем профилактик ҡыҫылыштар тәғәйен бер кешелә инфекциялы булмаған ҡурҡыныслы хроник сирҙәр үҫешеү ихтималлығын ярай-һы уҡ тиҙ һәм шаҡтай дәрәжәлә кәметергә, ә ундай сир-ҙәр менән яфаланыусы кешеләрҙә сирҙең ауырлығын һәм өҙлөгөүҙәр үҫешеү йышлығын кәметергә йәки улар-ҙың әле дауалау нәтижәһе юғарыраҡ булған иртә үҫеш осоронда асыҡларға мөмкинлек бирә.

Фирүзә ЗАКИРОВА,

медицина профилактикаһы табибы.