Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
31 Октябрь 2018, 12:00

Барыһы ла үҙебеҙҙән тора

29 октябрь – Бөтә донъя инсульт көнө. Кешелә был хәүефле тороштоң барлыҡҡа килеүенә күп сәбәптәр килтерә: юғары артериаль ҡан баҫымы, гиподинамия, тәмәке тартыу, алкоголь ҡулланыу бөтә донъяла инсульттың таралыуын эпидемия масштабына еткерә.

Инсульттан вафат булыу Рәсәйҙә иң йыш осраған хәлдәрҙән һанала. Һәр 100 меңенсе кешегә 175 үлем осрағы тура килә. Башҡортостанда өлкән йәштәге халыҡтың 22,9 проценты цереброваскуляр сирҙәрҙән интегә.

Йөрәк-ҡан тамыры һәм башҡа йоғошло булмаған (шәкәр диабеты һәм башҡалар) сирҙәргә килтергән аныҡ ҡына сәбәптәрҙе әйтеп булмай, әммә сирҙәрҙең барлыҡҡа килеүенә йоғонто яһаусы факторҙар билдәле. Уларҙы хәүеф факторҙары тип атау ҡабул ителгән: биологик (юғары артериаль ҡан баҫымы, артыҡ тән ауырлығы, ҡанда холестериндың юғары булыуы) һәм кешенең үҙен тотоуына бәйле (тәмәке тартыу, түбән физик әүҙемлек, дөрөҫ туҡланмау).

Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының медицина профилактикаһы кабинеты быйыл район халҡы араһында йоғошло булмаған сирҙәр хәүефе факторҙарын өйрәнеү буйынса анкета һорауҙарына яуаптар алды. Урам буйында, сауҙа нөктәләрендә, ойошмаларҙа, поликлиникала һорауҙарға барлығы 100 кеше: 50 ҡатын-ҡыҙ, 50 ир кеше яуап бирҙе.

Беҙҙең тикшеренеү һөҙөмтәләренән күренеүенсә, район халҡы үҙ сәләмәтлектәренең төп күрһәткестәрен белмәй: 54% –үҙенең холестерин кимәлен, 52% – ҡанында шәкәр кимәлен. Үҙҙәрендә юғары артериаль ҡан баҫымы булыу-булмауын 19% белмәй. Халыҡтың 47 проценты ғына тән ауырлығын күҙәтеп бара, шул уҡ ваҡытта, 2018 йылғы диспансеризация йомғаҡтары буйынса, район халҡының 58 проценты артыҡ тән ауырлығынан йонсой. Ә 40 процентҡа “Артериаль гипертензия” диагнозы ҡуйылған.

Хәҙер кешенең үҙен тотоуына бәйле факторҙар тураһында. Эшләп йөрөүсе ирҙәрҙең 68 проценты һәм эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың 36 проценты тәмәке тарта. Эшһеҙҙәр араһында тартыусылар 70% тәшкил итә, пенсионерҙар араһында – 40%, һөнәрселек училищеһы студенттары араһында – 45%.

Халыҡтың 62 проценты алкоголле эсемлектәрҙе даими ҡуллана, улар-ҙың 17 проценты – аҙнаһына 1 тап-ҡыр, 71 проценты – айына 1 тапҡыр. Бөтөнләй эсмәйбеҙ тип белдереүселәрҙең 6 проценты бер йылға яҡын эсмәй, 10 проценты – бер йылдан ашыу. Бөтөнләй алкоголь ҡулланмаусылар 12% тәшкил итә. Улар: эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙар, пенсионерҙар, училище студенттары.

Тикшереү алып барылған сираттағы хәүеф факторы – физик әүҙемлек. 23% иртән зарядка яһай, 40 проценттың физик әүҙемлеге етерлек түгел.

Халыҡтың 44 проценты дөрөҫ туҡланабыҙ, тип иҫәпләй. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы күрһәтмәләре буйынса сәләмәт туҡланыуҙа рационға көнөнә 400 грамм йәшелсә-емеш инеүен иҫәпкә алғанда, 66% йәшелсә-емеште аҙнаһына 2-3 тапҡыр ғына ҡулланыуын белдерҙе. Халыҡтың 20 проценты тоҙлоно ашар-ға ярата.

Күп һанлы тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, кеше сәләмәтлеге торошо уның үҙенән тора. Үҙ сәләмәтлек торошоңдо белмәү, сәләмәт йәшәү рәүеше алып бармау, үҙ сәләмәтлегеңә битарафлыҡ – йыш сирләү һәм үлем сәбәптәре.

Фирүзә ЗАКИРОВА,

үҙәк район дауаханаһының медицина профилактикаһы буйынса табибы.