Рәсәйҙә йыл һайын киҫкен миокард инфарктынан 55 меңдән ашыу кешенең ғүмере өҙөлә, уларҙың 50 проценты йөрәк өйәнәге башланғандан алып 1,5-2 сәғәт эсендә һәләк була. Шуға күрә сир хәүефен арттырыусы сәбәптәрҙе, клиник күр-һәтмәләрҙе яҡшы белеү мотлаҡ.
Миокард инфаркты үҫешенә алып килеүсе хәүеф фак- торҙары ике төргә бүленә: ҡай-һы бер факторҙарҙы көрәшеп тә еңеп булмаясаҡ, әммә бәғзеләрен үҙгәртеү ҡулдан килә. Беренсе төргә ҡараған фак- торҙарҙы контролдә тоторға мөмкин:
1. Тәмәке тартыу хәүеф үҫешен ике тапҡырға һәм миокард инфарктынан үлем осрағын 50 проценҡа арттыра.
2. Ҡанда холестериндың юғары кимәле. Холестериндың бер процентҡа юғары булыуы миокард инфаркты үҫеше хәүефен өс процентҡа арттыра.
3. 140/90-дан юғарыраҡ ҡан баҫымы күрһәткесе киҫкен миокард инфарктынан үлем хәүефен байтаҡҡа арттыра.
4. Шәкәр диабеты атеросклероздың тиҙ үҫеүенә килтерә һәм миокард инфаркты үҫеше хәүефен 2,4 тапҡырға арттыра.
5. Түбән физик әүҙемлек миокард инфаркты үҫеше хәүефен 4-5 тапҡырға арттыра.
6. Артыҡ тән ауырлығы йөрәккә йөктө арттыра, майҙар алмашыныуының боҙолоуына һәм холестерин кимәленең артыуына булышлыҡ итә.
7. Алкоголде саманан тыш ҡулланыу йөрәкте һәм ҡан тамырҙарын токсин тәьҫирендә зарарлай.
8. Стресс шулай уҡ ҡан баҫымының күтәрелеүенә булышлыҡ итә.
Икенсеһе – үҙгәртеп булмай торған факторҙар:
1. Енес. 50 йәшкә тиклем миокард инфаркты йышыраҡ ирҙәрҙә осрай. Ҡатын-ҡыҙ- ҙарҙа сирҙең үҫеш хәүефе күрем килеү туҡтағандан алып көсәйеүе күҙәтелә.
2. Йәш. Кеше олораҡ булған һайын, миокард инфаркты үҫеше хәүефе юғарыраҡ.
3. Нәҫел. Туғандарҙа йөрәк сире булғанда, миокард инфаркты үҫеше мөмкинлеге 8 тапҡырға арта.
Киҫкен миокард инфаркты билдәләре:
• күкрәк ситлегендә (күкрәк һөйәге артында) 5 минуттан артыҡ дауам иткән өйәнәк рәүешендәге ҡыҫып, һығып, яндырып, һыҙлап ауыртыуҙар;
• ошоға оҡшаш ауыртыуҙар һул ҡулбаш (беләк), һул ҡалаҡ һөйәге, муйындың һул яҡ яртыһында һәм түбәнге яңаҡ һөйәгендә, ике ҡулбашта, ике ҡулда, ҡорһаҡтың өҫкө өлөшө менән бергә күкрәк һөйәгенең аҫҡы өлөшөндә күҙәтелә;
• һауа етмәү, тын ҡурылыу, кинәт хәл бөтөү, һалҡын тир, күңел болғаныу, йыш ҡына күкрәк ситлегендәге уңайһыҙлыҡ/ауыртыу менән бергә, ҡай саҡ унан һуң йә булмаһа алдан барлыҡҡа килә;
• йыш ҡына сир күренештәре физик йә психоэмоциональ көсөргәнеш ваҡытында, ләкин йышыраҡ уларҙан һуң бер ни тиклем ваҡыт үткәндән һуң үҫешә.
Миокард инфаркты ваҡытында тәүге ярҙам
1. Йөрәк ауырта башлау менән шунда уҡ эшләүҙән туҡтағыҙ, башығыҙҙы күтәртеберәк ултырығыҙ йәки яртылаш ятығыҙ, бер нисә тапҡыр тыныс ҡына тын алығыҙ, әйберҙәрегеҙҙе ысҡындырығыҙ, табипҡа шылтыратығыҙ.
2. Тел аҫтына бер нитроглицерин һалығыҙ. Шулай уҡ ярты аспирин йотоғоҙ.
3. Әгәр ҙә ауыртыу биш минут дауамында һаҡлана икән, тел аҫтына тағы ла бер нитроглицерин һалырға кәрәк. Иң күбе өс таблетка эсергә мөмкин.
4. Ауыртыу 10 минуттан да артып китһә, тиҙ арала “Ашығыс ярҙам” бригадаһын саҡыртығыҙ!
Киҫкен миокард инфаркты үҫешен профилактикалау
Ҡан баҫымын контролдә тотоғоҙ. Нормаль күрһәткестәр: 110/70 – 139/89 мм рт. ст.
Ҡанда шәкәр кимәле литрына 6 миллимолдән артмаҫҡа тейеш.
Тәмәке тартыуҙы ташларға кәрәк. Был ғәҙәтегеҙҙе ташлау менән инсульт ҡурҡынысы шунда уҡ кәмей башлаясаҡ.
Холестерин кимәлен контролдә тотоғоҙ. Дөйөм холестерин – литрына 5 миллимолдән әҙерәк, литрына 3 миллимолдән әҙерәк – насар холестерин (ЛПНП), литрына 1 миллимолдән әҙерәк – яҡшы холестерин (ЛПВП). Холестерин кимәлен диетаны коррекциялап һәм йәшәү рәүешен үҙгәртеп түбәнәйтергә мөмкин:
- майлы, ҡурылған, ыҫланған һәм консерваланған аҙыҡ-түлек, “фаст-фуд” менән мауыҡмағыҙ, алкоголле эсемлектәр, ҡуйылығы юғары булған һөт, шәкәр, тоҙ күләмен кәметегеҙ;
- йәшелсә-емештәргә, ҡош, балыҡ итенә, ҡара икмәккә, ярмаларға, үҫемлек майына өҫтөнлөк бирегеҙ;
- аш-һыуҙы бешереп, быҡтырып, парҙа әҙерләгеҙ.
5. Физик күнегеүҙәр менән шөғөлләнегеҙ! Өлкән кеше көн һайын кәмендә өс километр үтергә тейеш.
6. Кәүҙә ауырлығын контролдә тотоғоҙ. Тән ауырлығы индексы 20-25 мг/м2 булырға тейеш (тән ауырлығы/буй оҙонлоғо2 (кг/м2).
7. Стресты "йүгәнләргә" өйрәнегеҙ. Ял итергә ваҡыт табығыҙ.
8. Әгәр ҙә һеҙгә табип ҡан баҫымынан, шәкәрҙән йәки холестериндан препараттар яҙҙы икән, уларҙы даими эсегеҙ һәм дозаны үҙ аллы үҙгәртмәгеҙ.
үҙәк район дауаханаһы табип-кардиологы.