Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
26 Июль 2018, 17:04

Ҡыҙылса менән ауырыусылар һаны ҡырҡа артты

Роспотребнадзорҙың БР буйынса идаралығы мәғлүмәттәре буйынса ошо йылдың 17 июленә ҡыҙылса менән сирләүҙең 15 осрағы теркәлгән, шуларҙың 9-ы – балалар, 6-һы – ололар.

Сирләп китеүселәрҙең күпселеге Өфө ҡалаһында һәм Өфө районында асыҡланған.

Ҡыҙылса – киҫкен инфекцион сир. Ҡыҙылсаны тыуҙырыусы – вирус. Сир һауа-тамсы юлы менән (һөйләшкәндә, йүткергәндә, сөскөргәндә) күсә. Ҡыҙылса – бөтә инфекцион сирҙәрҙең иң йоғошлоһо һәм “осоусан”ы. Әгәр бинала сирле кеше барлыҡҡа килһә, баш-ҡа ҡаттарҙағы кешеләр ҙә, шул иҫәптән вентиляция системаһы аша ла ҡыҙылса менән сирләп китергә мөмкин. Ҡыҙылсаға ҡаршы прививка эшләтмәгән йәки элек уның менән ауырымаған теләһә ниндәй йәштәге кешенең сирләп китеү ихтималлығы 100 процентҡа тиң. Прививка яһалмаған ололарҙа ҡыҙылса ауыр үтә. Сир 38-40 градусҡа еткән юғары температура менән башлана, яҡтылыҡтан ҡурҡыу, йүткереү, тымау, 4-5 көндән тимгел-тимгел ҡыуышһыҙ тире сабыртмаһы барлыҡҡа килә. Башта сабыртма менән бит һәм муйын, шунан ҡулдар һәм кәүҙә, һуңынан аяҡтар ҡаплана. Сабыртма кире тәртиптә бөтә. Ҡыҙылса диагнозын лаборатор тикшергәндән һуң ғына билдәләргә мөмкин. Ҡыҙылсаға шик булғанда, медицина хеҙмәткәрен (участка педиатрын йәки терапевты) өйгә саҡыртырға кәрәк. Сирле инкубацияның һуңғы көндәренән башлап, тотош сабыртма осоронда йоғошло була.

Ҡыҙылса өҙлөгөүҙәр менән ҡурҡыныс, пневмония, менингоэнцефалит (нервылар системаһының зарарланыуы) тыуҙырыуы ихтимал. Бәйләнештә булған кешеләр 6-21-се көнөнә сирләп китергә мөмкин. Ҡыҙылса сире асыҡланған урында эпидемияға ҡаршы саралар уҙғарыла. Сир сығанағы ни тиклем тиҙерәк асыҡлана, эпидемияға ҡаршы сараларҙы ла шунса тулы күләмдә һәм ваҡытында уҙғарырға мөмкин.

Ололар ҡыҙылсаһын профилактикалау – ул прививка. Милли календар-ға ярашлы, ул быға тиклем уның менән сирләмәгән, прививка яһалмаған, бер тапҡыр ғына прививка яһалып, ҡыҙылсаға ҡаршы прививкалары тураһында мәғлүмәттәре булмаған 35 йәшкә (һуңғыһын да индереп) тиклемге ололарға яһалырға тейеш. Шулай уҡ юғары хәүеф төркөмөнә ҡараған 18-55 йәштәрҙәге кешеләр ҡыҙылсаға ҡаршы иммунлаштырылырға тейешле – улар белем биреү учреждениелары һәм сауҙа ойошмалары хеҙмәткәрҙәре, күсенеүселәр һәм мигранттар, шулай уҡ вахта ысулы менән эшләүселәр.

Ҡыҙылсанан прививка Милли профилактик прививкалар календарына инә, уға ярашлы планлы вакцинация балаларға 12 айлыҡта һәм ҡабат 6 йәштә эшләнә. Ләкин баш тартыусылар күп – улар ата-әсәләре профилактик, шул иҫәптән ҡыҙылсаға ҡаршы, прививкаларҙан баш тартҡан йәки иммунизация үтмәгән балалар. Баш тартыуҙары менән ата-әсәләр балаларының һаулығын ҡурҡыныс аҫтына ҡуя.

Рима АЛЮКОВА, ҮРД эпидемиологы.