Атеросклероз юғары ҡан баҫымы, тәмәке тартыу, шәкәр диабеты, холестериндың юғары кимәле һөҙөмтәһендә үҫешә. Төп сәбәбе – холестерин әйләнешенең боҙолоуы. Атеросклероз формалашыуы – тәбиғи процесс, яҡынса ул 10-15 йәштән башлана, йәш үтеү менән ул әкренәйергә лә, шәбәйергә лә мөмкин.
Ирҙәр был сиргә нығыраҡ бирешеүсән. Сирҙең тәүге билдәләре уларҙа – 45, ә ҡатын-ҡыҙҙа 55 йәштән күренә башларға мөмкин.
Нәҫелдән бирелеү – атеросклероз үҫешеү сәбәптәренең береһе.
Тәмәке тартыу һәм алкоголь атеросклероз үҫешеүен тиҙләтә.
Артыҡ ауырлыҡ шәкәр диабетына килтерергә мөмкин, ә был патология, үҙ сиратында, атеросклероз үҫешеүенә булышлыҡ итә.
Туҡланыу – төп хәүеф факторы. Йәштән үк дөрөҫ туҡлана башлағыҙ.
Йыш ҡына аҡһыл-күкһел төҫтәге һалҡын аяҡ-ҡулдар, йөрәк менән проблемаларҙың йыш булыуы, хәтер насарайыу, ҡан менән тәьмин ителештең боҙолоуы, иғтибар-ҙың насар тупланыуы, ҡуҙғыу-санлыҡ һәм арыу тойғоһо.
Атеросклероздың тәүге билдәләре барлыҡҡа килгәндә табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк, сөнки иртә стадияла, йәшәү рәүешен үҙгәртеп, атеросклерозды туҡтатырға мөмкин.
Йөрәк тамырҙары атеросклерозынан башҡа, мейе тамырҙары, бөйөр артериялары, аяҡтар артериялары, мезентериаль артериялар атеросклерозы ла бар.
Атеросклерозды дауалау-ҙа медикаментоз кеүек үк, медикаментоз булмаған дауалау ысулын да ҡулланалар.
Медикаментоз булмаған терапия: тартыуҙан баш тартыу, тән ауырлығын көйләү, ашауҙа билдәле бер сикләүҙәр, физик әүҙемлекте арттырыу.
Организмға ярҙам итеү һәм әлеге сирҙе профилактикалау өсөн холестерины һәм тоҙо аҙ булған аҙыҡ-түлек ашарға. Рационға башаҡлыларҙы, йәшелсәләр (кишер, баклажан, татлы һуған, һарымһаҡ), бешерелгән балыҡ, йогурттар, көнбағыш майы һәм, әлбиттә, емеш-еләк индерегеҙ. Һары һәм ҡыҙғылт һары төҫтәге еләктәр һәм үҫемлектәрҙе, мәҫәлән, энәлек, миләш, ҡайын еләге, балан, ҡыр миләшен (пижма) һәм башҡаларҙы ҙур күләмдә ҡулланығыҙ.
Физик әүҙемлекте хәүеф-һеҙ һәм һәр кем эшләй алған төрөнән – йөрөүҙән башлар-ға кәрәк. Күнекмәләр 35-40-ар минуттан аҙнаһына өс-дүрт тапҡырҙан дә кәмерәк булмаҫҡа тейеш.
үҙәк район дауаханаһы табибы.