Мәсетле тормошо
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
8 Февраль 2018, 18:00

Яман шешкә ҡаршы аҙыҡ-түлек

Мәсетле районында 2018 йылдың 1 ғинуарына онкология кабинетында диспансер иҫәптә 338 кеше торған, шул иҫәптән 6 бала. 2017 йылда беренсе тапҡыр 67 сирле иҫәпкә алынған, уларҙың 12-һе – һөт биҙҙәре, 7-һе – ашҡаҙан, 6-һы – үпкә, 5 – туҡ эсәк, 4-тәр – тире һәм лимфома яман шештәре һәм башҡалар. Тик 2017 йылда ғына беҙҙең районда 35 кеше ошо яман сирҙән донъя ҡуйған.

Рак ауырыуҙары үҫешендә туҡланыу мөһим роль уйнай, сөнки бөтә яман шештәрҙең өстән бере туҡланыуға бәйле. Рациональ булмаған туҡланыу ҡотолғоһоҙ рәүештә матдәләр алмашыныу процесының, төрлө системалар һәм органдар эшмәкәрлегенең боҙолоуына, шештең типик булмаған “сит-ят” күҙәнәктәрен ваҡытында юҡ итеү өсөн яуаплы иммунитеттың түбәнәйеүенә килтерә.

Күҙәнәкле туҡымалары етерлек күләмдә булған йәшелсә һәм емеш-еләкте көнөнә 400-500 г ашау рак барлыҡҡа килеү ихтималлығын күпкә кәметә.

Помидор организмдың яман шеш күҙәнәктәренә ҡаршы тороусанлығын арттыра.

Кәбеҫтәләрҙең төрлө төрҙәре – брокколи, брюссель, ҡытай һәм төҫлө кәбеҫтә- ләрҙе мейестә бешереү йәки парҙа бешереү яҡшыраҡ.

Баклажан рак күҙәнәктәренә ҙур участкаларҙы зарарлау өсөн кәрәкле ферменттарҙы ҡамап тота.

Кишер, сөгөлдөр, ҡабаҡ А витаминына һәм рак күҙәнәктәре үҫешен тотҡарлаусы башҡа матдәләргә бай.

Ҡыҙыл борос елһенеүгә ҡаршы сараларға эйә, уларҙа яман шеш күҙәнәктәрен үҙҙәрен үҙҙәре юҡҡа сығарырға булышлыҡ итеүсе, бауырға канцерогендарҙы зарарһыҙландырырға ярҙам иткән матдәләр бар. Цитрус емештәр, слива, абрикос, ҡыҙыл һәм ҡара виноград, сейә, гранат, күк еләк, ҡурай еләге һәм башҡалар кәңәш ителә. Яңы бешкәндәре яҡшыраҡ, әммә туңдырылғандары ла бара.

Тәмләткестәр: куркума, карри, имбер, кейәү үләне (тимьян) елһенеүгә ҡаршы тороуҙың уникаль үҙенсәлектәренә эйә. Ошоноң менән бәйле, Һиндостан хал-ҡында, башҡа төбәктәрҙәге халыҡ менән сағыштырғанда, рак һигеҙ тапҡырға һирәгерәк осрай.

Һарымһаҡ, һуғандың бөтә төрҙәре – канцерогендар тәьҫирен кәметә. Уларҙың компоненттары тәмәкеләге һәм артыҡ ҡурылған иттәге канцероген матдәләрҙе нейтралләштерергә һәләтле, айырыуса улар эсәктәр, простата, бауыр, һөт биҙҙәре яман шештәрен, ҡан рагын профилактикалауҙа эффектлы. Өҫтәмә рәүештә улар ҡандағы яман шеш күҙәнәктәре үҫешен сикләүсе шәкәр дәүмәлен контролдә тота.

Какаоһы 70% булған ҡара шоколад рак күҙәнәктәре үҫешен көсһөҙләндереүсе матдәләргә бай.

Балыҡ: скумбрия, сардина, һөмбаш (лосось) – Омега-3 кеүек майлы кислоталар булыу арҡаһында организмға рак күҙәнәктәренең артыуына һәм шештәр барлыҡҡа килеүенә ҡаршы торорға ярҙам итә, айырыуса үпкә, һөт биҙҙәре, эсәктәр, простата, бөйөрҙәргә ҡарата. Ошоноң менән бәйле аҙнаһына кәмендә ике тапҡыр балыҡ ашау рак ауырыуҙары барлыҡҡа килеү хәүефен һиҙелерлек кәметә.

Яңы бешерелгән йәшел сәйҙә антиоксидант бар, уның молекулалары рак күҙәнәктәре тарафынан шеш формалаштырыу өсөн файҙаланылыусы ҡан тамырҙары барлыҡҡа килеүен тотҡарлай.

Ракка ҡаршы файҙалы үҙенсәлектәргә эйә аҙыҡ

Йәшел тәмләткестәр – петрушка, ҡуҙғалаҡ, шпинат, сельдерей, салат-латук, спаржа.

Үҫемлек майҙары, һалҡын килеш һыҡтырылған булһа яҡшыраҡ.

Ярҙырылмаған бөтөн иген бөртөктәре, көнбағыш орлоҡтары.

Бәшмәктәр (аҡ көләпәләр (шампиньондар) һәм ҡарама бәшмәктәре (вешенкалар).

Рак күҙәнәктәрен уятып ебәрергә йәки үҫеүенә көс бирергә мөмкин булған аҙыҡ-түлек

Ҡыҙыл ит, ҡош тиреһе, йомортҡа (әгәр тауыҡтарҙы, сусҡалар һәм һыйырҙарҙы кукуруз һәм соя менән үҫ- терһәләр, гормондар һәм антибиотиктар ҡаҙаһалар).

Тиҙ үҙләштерелеүсе углеводтар: шәкәр (аҡ һәм көрән). Зарарлы аҙыҡ өҫтәмәләрен файҙаланып бешерелгән аҡ икмәк, айырыуса аҡ күмәстәр, магазиндан алын-ған бөтә ҡамыр аштары. Аҡ рис, иҙелгәнсе бешерелгән макарондар. Картуф һәм айырыуса картуф иҙмәһе. Кукуруз һәм башҡаларҙан яһалған кетерләп торған ябалаҡтар (хлопья).

Фаст-фуд: фри картуфы, чипсы, пицца, хот-догтар һәм башҡалар.

Консервантлы, буяуҙар һәм ароматизаторҙар ҡушыл-ған сәнәғәт сироптары, ҡайнатма, джемдар, газлы эсемлектәр, һуттар.

Алкоголь, айырыуса ҡатыһы һәм һыра.

Маргарин һәм тәбиғи булмаған майҙар. Беҙҙә уларҙы аҡ майға ҡушырға яраталар.

Сәнәғәт һөт продукттары. Кукуруз һәм соя менән туҡланған һыйырҙарҙан һауыл-ған.

Магазиндан алынған йәшелсә-емештәр ҡабыҡтары. Уларҙа пестицидтар һәм башҡа зарарлы матдәләр туплана.

Иҫтә тоторға кәрәк:

Тоҙло, ыҫланған һәм консерваланған продукттарҙа канцерогенлы матдәләрҙең булыуы ихтимал.

Һыуҙа һәм парҙа бешерелгән ашамлыҡ, ҡурылғанына ҡарағанда хәүефһеҙерәк.

Майҙарҙы ашарға әҙерләүҙә ҡабат ҡулланыу ҡәтғи тыйыла – улар ашҡаҙан һәм эсәктәр өсөн әҙер канцерогендар.

Пластик һауыт-һаба, айырыуса ҡайнар эсемлектәр һәм аҙыҡ-түлек өсөн ҡулланыу кәңәш ителмәй.

Фирүзә ЗАКИРОВА,

ҮРД-ның медицина профилактикаһы табибы.