Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
25 Ғинуар 2018, 17:30

Диспансеризация-2018

Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы 2018 йылда 1928, 1931, 1934, 1937, 1940, 1943, 1946, 1949, 1952, 1955, 1958, 1961, 1964, 1967, 1970, 1973, 1976, 1979, 1982, 1985, 1988, 1991, 1997 йылдарҙа тыуғандарҙы диспансеризация үтергә саҡыра.

Диспансеризация һеҙҙең участка терапевы йәки медицина профилактикаһы кабинетынан (поликлиниканың 3-сө ҡатындағы 41-се кабинет) башлана. Унда анкета тултыралар, антропометрик үлсәүҙәр башҡаралар, контактһыҙ күҙ ҡан баҫымын үлсәйҙәр, кеше маршрут ҡағыҙы ала һәм флюорография, маммография, ЭКГ һ. б. үтә башлай. Диспансеризацияға ярашлы бөтә анализдар ҙа бушлай эшләнә, тик мотлаҡ медицина страховкаһы полисын күрһәтергә кәрәк буласаҡ. Һеҙҙең һаулыҡ тураһындағы бөтә мәғлүмәттәрҙе “Һаулыҡ паспортына” яҙып ҡуясаҡтар, ул киләһе диспансеризацияға хәтле һеҙҙә һаҡланасаҡ.

Һәр бер оло кеше диспансеризацияны 3 йылға бер тапҡыр тәртипкә ярашлы тәғәйенләнгән күләмдә үтергә хоҡуҡлы. Әгәр кешенең тикшереү үтергә теләге булып та, ул әлеге йылда үтергә тейешле булмаһа, бындай осраҡ өсөн тағы бер документ – “Профилактик медицина тикшереүҙәре уҙғарыу тәртибе” әҙерләнгән. Ул тикшереүҙәрҙең тарыраҡ даирәһенә йүнәлтелгән, ләкин пациенттың төп проблемаларын хәл итеү өсөн улар етә.

Йәшенә бәйһеҙ рәүештә тикшереүҙәр барыһы өсөн дә мотлаҡ булып тора:

- Хроник сирҙәрҙе, улар-ҙың үҫешеү хәүефе факторҙарын асыҡлауға һорау алыу.

- Антропометрия (буй, ауырлыҡ, тән ауырлығы индексы).

- Артериаль ҡан баҫымын үлсәү.

- Ҡандың дөйөм холес-терины.

- Ҡан глюкозаһы.

- Үпкә флюорография-һы.

- Участка табибы-терапевының ҡарауы.

Йәш һәм енес буйынса тикшереүҙәр:

- Күҙҙәр тонометрияһы.

- Суммар ҡан тамырҙары хәүефен билдәләү.

- ЭКГ: ирҙәр – 36 йәштән өлкәнерәк, ҡатын-ҡыҙҙар – 45 йәш һәм унан өлкәнерәк.

- Маммография – 39 йәш һәм унан өлкәнерәк.

- Йәшерен ҡанға кал.

- Ҡанда простат-специфик антигенды (ПСА) билдәләү.

- Ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡарау бүлмәһе (цитологияға мазок).

Бөтә тикшереүҙәрҙе үткәндән һуң белгестәр кешене һаулыҡ торошо буйынса тейешле төркөмгә билдәләй:

I – сир үҫешеү хәүефе түбән һәм уртаса булған кешеләр.

II – сир үҫешеү хәүефе юғары һәм бик юғары бул-ған кешеләр.

III а һәм б – сирҙәре иҫбатланған кешеләр.

Әгәр диспансеризацияның тәүге этабы һөҙөмтәләре буйынса инфекцион булмаған хроник сирҙәргә йәки юғары, бик ныҡ юғары йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре хәүефенә шик бул-һа, участка табибы һеҙгә был хаҡта хәбәр итә һәм диспансеризацияның икенсе этабына ебәрә. Икенсе этапта тар йүнәлештәге белгес-табиптар консультацияһы уҙғарыла.

Бындай әүҙем профилактик ҡыҫылыуҙар һәр тәғәйен кешелә инфекцион булмаған ҡурҡыныслы хроник сирҙәр үҫешеү ихтималлығын кәметергә йәиһә уларҙы иртә стадияла асыҡларға, ә ундай сир-ҙәр менән яфаланыусы- ларға сирҙең ауырлығын һәм өҙлөгөүҙәр йышлығын шаҡтай кәметергә мөмкинлек бирә.

Фирүзә ЗАКИРОВА,

медицина профилактикаһы табибы.