Мәсетле тормошо
-6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
16 Ноябрь 2017, 02:00
Мәғлүмәтле, тимәк, ҡораллы!
Шәкәр диабеты – эндокрин системаһының етди сире. Бөгөнгә уның үҫеш кимәле борсоуға һала: Ер шары халҡының алты процентҡа яҡыны ошо сир менән яфалана. Рәсәйҙә шәкәр диабеты менән сирлеләр һаны 10 миллионға яҡын, Башҡортостанда – 100 мең кешенән күберәк. Беҙҙең районда шәкәр диабеты диагнозы менән диспансер иҫәптә 421 кеше тора, уларҙың унауһы I типҡа ҡарай. XXI быуатта шәкәр диабетын профилактикалау – кәңәш түгел, ә мотлаҡ баш-ҡарылырға тейеш эш. Нимә һуң ул шәкәр диабеты? Диабет – инсулин (ашҡаҙан аҫты биҙе гормоны) етешмәгәнлектән, аҙыҡ менән углеводтарҙы үҙләштереүҙең боҙолоуы арҡаһында барлыҡҡа килгән сир. Беҙ көн һайын ҡулланған аҙыҡ ҡанға шәкәр (глюкоза) биреп, бөтә тән буйлап тарала һәм энергия сығанағы булып тора. Организм был шәкәрҙе дөрөҫ файҙаланмаһа, уның ҡандағы кимәле норманан артыҡ күтәрелә. Был ҡанда һәм бәүелдә шәкәрҙең артыуына килтерә. Шәкәр диабетын ике тип-ҡа бүләләр: 1) I тип менән сирләгәндә ашҡаҙан аҫты биҙе инсулин эшләп сығармай, шуға күрә ошо гормон инъекцияһын көн һайын индереү – терапияның мотлаҡ өлөшө. I типҡа диабет менән сирлеләрҙең 10 проценты ҡарай. Шәкәр диабетының I тибын профилактикалау ысулдары әлегә билдәһеҙ. 2) Диабеттың II тибы бул-ғанда, ашҡаҙан аҫты биҙе инсулин эшләп сығара, ләкин ул йә етешмәй, йә насар эшләй (күп осраҡта ул май туҡымаһының артыҡ булыуына бәйле). Сир әкрен үҫешә. Нигеҙҙә диабеттың был тибы менән 40 йәштән өлкәнерәктәр сирләй. Ләкин һуңғы йылдар-ҙа шәкәр сиренең II тибы һиҙелерлек “йәшәрҙе”, был һимереүҙең ныҡ таралыуына бәйле. Шәкәр диабетының барлыҡҡа килеү сәбәптәре: 1. Сирҙең үҫешенә килтереүсе төп фактор – нәҫелдән-нәҫелгә күсеү. Әгәр ҙә яҡын туғанығыҙ шәкәр диабетынан яфалана икән, тимәк, был сирҙең үҫеш мөмкинлеге 75 процентҡа тиклем арта. 2. Шәкәр диабеты барлыҡҡа килеүҙең икенсе сәбәбе – һимереү. 3. Даими стресс. Эш шунда: нерв ярһығанда, ҡанға гормондар юғары кимәлдә бүленеп сыға, ә был, үҙ сиратында, диабет сирен барлыҡҡа килтерә. 4. Сирҙең үҫешенә инфекцион, аутоиммун, артериаль гипертензия, атеросклероз, йөрәк ишемияһы кеүек ауырыуҙар булышлыҡ итә.Шәкәр диабеты билдәләре: • ауыҙ кибә һәм һыуһата; • бәүел йышая һәм күбәйә; • туҡтауһыҙ ашағы килә; • ябыҡтыра йәки, киреһенсә, һимертә; • хәлһеҙлек, тиҙ арыусанлыҡ күҙәтелә, кеше йыш ауырый; • күреү һәләте боҙола; • тире ҡытыршылана һәм яралар яй бөтәшә. Ас ҡарынға ҡанда шәкәр кимәле 6,1 ммоль/литр бул-ғанда, “шәкәр диабеты” диагнозы ҡуйыла (шәкәргә ҡан бирер алдынан һигеҙ сәғәт ашамаҫҡа кәрәк). Шәкәр диабетын профилактикалау 1) Дөрөҫ туҡланыу. Ашҡа-ҙан аҫты биҙенә (иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, нәҡ ул инсулин бүлеп сығара) артыҡ көс төшөрмәҫ өсөн, углеводтар ҡулланыуҙы, шулай уҡ яҡшы формала булыу өсөн көн һайын ҡулланған калорийҙар һанын кәметергә кәрәк. Диабетты профилактикалау өсөн шәкәрле аҙыҡ-түлектәрҙе (печенье, ҡайнатма, бал, натураль булмаған һуттар) иң аҙға ҡалдырырға кәрәк. 2) Физик көсөргәнеш сирлеләр өсөн һулар һауалай мөһим. Көн һайын ярты сәғәт булһа ла физик күнекмәләр эшләгеҙ. Улар матдәләр алмашыныуына ыңғай йоғонто яһай, майҙарҙы тарҡата, ҡанда май составын яҡшырта, тән ауырлығын кәметә. 3) Күңел тыныслығы. Даими стресс сир үҫеше сәбәптәренең береһе булғанлыҡтан, шәкәр диабетын профилактикалау эмоциональ хәлде контролдә тотоуҙы үҙ эсенә ала. Кәйефегеҙгә кире йоғонто яһаусы кешеләр менән аралашмаҫҡа тырышығыҙ. 4) Медицина тикшереүен даими үтегеҙ. Хәүеф төркөмөндә торған кешеләргә кәмендә ярты йылға бер тапҡыр анализ бирергә кәрәк. Мәғлүмәтле, тимәк, ҡораллы! Фирүзә ЗАКИРОВА, Мәсетле үҙәк район дауаханаһының медицина профилактикаһы буйынса табибы.
Новости партнёров
Ә һеҙ һары балан күргәнегеҙ бармы?
Фәнир Галимов: "Кәефе әйбәт иде..."
О чём мечтает капитан