Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
26 Октябрь 2017, 02:00

Сирҙе кире ҡағыу: инсульт менән көрәш

Инсульт – баш мейеһендәге ҡан әйләнешенең боҙолоуы менән характерланыусы киҫкен неврологик сир. Был – үлемгә килтерергә мөмкин булған ауыр патология. Инсульт Рәсәйҙә халыҡ үлеменең дөйөм структураһында икенсе урын биләй һәм илебеҙ халҡын “инвалидлаштырыу”ҙың төп факторы булып ҡала. Әлеге ваҡытта был сирҙең “йәшәреүе” күҙәтелә, беҙҙең районда эшкә һәләтле йәштәге 17 кешелә ошо сир асыҡланған. Ағымдағы йылдың 9 айында 45 кеше иҫәпкә ҡуйылған, уларҙың 27-һе – ир һәм 18-ҙе – ҡатын-ҡыҙ. Бишәүһе донъя ҡуйған. Инсульттарҙың төрлө төрө бар Геморрагик инсульт – ул баш мейеһенә ҡан һауыу. Геморрагик инсульт ваҡытында, ҡағиҙә булараҡ, ҡан тамыры шартлай һәм мейегә (йәки мейе шекәрәһе аҫтына) ҡан һауа. Геморрагик инсульт беҙҙе эш көнө уртаһында, иң ныҡ көсөргәнеш сәғәттәрендә, көслө эмоциональ хис-тойғолар кисергән мәлдә йәки арыу фонында кистәрен һағалай. Ишемия инсульты мейе инфаркты үҫешеүе менән күренә (шуның кеүек үк киҫкен миокард ишемияһы ваҡытында миокард инфаркты үҫешә). Баш мейеһе тамырҙарының тығылыуы мейенең билдәле бер өлөшөнә ҡан килеүенән мәхрүм итә, һөҙөмтәлә ишемия зонаһындағы нейрондар һәм башҡа күҙәнәктәр үлә. Ишемия инсульты тәүлектең теләһә ҡайһы мәлендә булырға мөмкин, ләкин йышыраҡ төнгө сәғәттәрҙә һәм иртәнгә табан була... Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2017 йылдың 27 октябрендәге 86-сы һанында уҡығыҙ.