Ҡорғат ауыл биләмәһе район үҙәгенән 30 км алыҫлыҡта ята, Свердловск өлкәһенең Әртә районы менән сиктәш. Биләмә территорияһы 62.820 квадрат метр майҙанды биләй. Уның составына өс торама пункт инә: Ҡорғатта – 285, Юлай-ҙа – 163, Тимербайҙа 77 кеше йәшәй, уларҙың 272-һе – ир-егет, 253-сө – ҡатын-ҡыҙ. 111 бала бар, эшкә яраҡлы йәштәгеләр – 267, пенсионерҙар – 147. 13 кеше – 85 һәм унан өлкәнерәк йәштә. 321 йорт иҫәпләнә. Уларҙа 275 һыйыр малы һәм 350 умарта тоталар. Мәктәптә 34 уҡыусы белем ала, балалар баҡсаһына 21 кескәй йөрөй.
Депутаттар һаны – 7.
Биләмә башлығы – Илнур Миңлеғәли улы Кашапов.
– Илнур Миңлеғәли улы, ауылдың буш урамдары буйлап үткәндә күп ташландыҡ өйҙәр күҙгә бәрелә һәм ирек-һеҙҙән, Ҡорғат әкренләп ҡорой, тигән уй барлыҡҡа килә. Күпмелер ваҡыттан һуң, бында тормош бөтөнләйгә һүнмәҫме?
– Мин улай тип уйламаһам да, шомланыр урын бар. Коллектив хужалығы бөлгөнлөккә төшкәндән һуң, ауыл биләмәһендә 42 өй бушаны. Эш булмағанлыҡтан күп ғаиләләр күрше Свердловск өлкәһенә һәм район үҙәгенә күсеп китте. Бөгөн теркәлгән 525 кешенең бында 300-ө генә йәшәй. Үлем тыуымға ҡарағанда күберәк. Беҙҙә йәштәр юҡ тиерлек, шуға яңы өйҙәр һалынмай. 2016 йылда бер генә бала ла тыуманы. Өйҙәр Ҡорғат һәм Юлай ауылдарында күберәк бушай. Тимербай ауылы тураһында улай тип әйтеп булмай – ауыл әкренләп ҡартая, ләкин кешеләр өйҙәрен ҡалдырып китергә ашыҡмай.
– Бөгөн йорт хужалығы алып барыу, фермер һәм эшҡыуарлыҡ эштәрен асыу өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Ә, бәлки, ҡорғаттарҙы эшләп тапҡан-таянған урындарынан насар тормош шарттары ҡуҙғалырға мәжбүр итәлер?
– Эйе. Беҙҙә хәл ителмәгән проблемалар бар. Ә һуң улар ҡайҙа юҡ? Беҙҙең ауыл биләмәһе –районда газ үтмәгән берҙән-бер урын. Кеҫә телефоны бәйләнеше юҡ. Кешеләр автобустар булмау сәбәпле, район үҙәгенә бара һәм ҡайта алмай. Төп күпер ҙә авария хәлендә. Ошо ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, беҙ ауыл биләмәһенең социаль структураһын һаҡлап ҡала алдыҡ. Төп мәктәп, балалар баҡсаһы уңышлы эшләп килә. Беҙҙә фельдшер-акушерлыҡ пункты бар. Яҡшы китапхана менән ауыл клубы эшләй. Почтабыҙ ҙа үҙебеҙҙеке. Өс магазинда теләгән көндәлек тауарҙарын һатып алырға мөмкин.
Йорт хужалығын алып барыу өсөн шарттар иҫ киткес тигән фекер менән тулыһынса килешәм. Ҡорғаттар, бында мин Юлай һәм Тимербай халҡын да күҙ уңында тотоп әйтәм, әлеге ваҡытта бары тик шәхси хужалыҡтарында мал, ҡош-ҡорт һәм умарта тотоу иҫәбенә генә яҡшы йәшәй. Беҙҙә көтөүлектәр һәм бесәнлектәр киң. 10 һәм унан да күберәк һыйыр малы тот-ҡан, 150 башҡа тиклем һарыҡ үрсеткән, 50-ләгән умартаһы булған ғаиләләр бар. Төп килемде улар һөт һатыу-ҙан ала, әлбиттә. Йәйен көнөнә 1,5 тоннаға тиклем һөт тапшыралар.
– Ауылда эш үтә ауыр. Ошондай фиҙаҡәр хеҙмәттән ҡурҡмағандарҙы әйтеп үтһәк, урынлы булыр.
– Беҙҙә барыһы ла эшһөйәр. Тимербайҙан Ралиф Сөнәғәтов, Радик Ғәлләмов, Юлайҙан Мәүләүи Фәйзраев, Рәмил Аҡмалов, Ҡорғаттан Ринат Шакирйәнов, Рафаэль Тәхәүетдинов, Миңлеғәли Кашапов, Ратмил Камалов ғаиләләрен айырым билдәләп үтәм. Тырышлыҡтары арҡаһында улар сифатлы өйҙәр һалды, ғаиләләрен етеш тормош менән тәьмин итә.
– Һеҙ инде йәш етәксе түгел, әлеге вазифала 2011 йылдан бирле эшләйһегеҙ. Ошо ваҡыт эсендә биләмә хал-ҡының тормош сифатын яҡшыртыу өсөн Һеҙ тағы ла нимәләр башҡарҙығыҙ?
– Проблемаларҙы һәм ауырлыҡтарҙы беҙ бергәләп хәл итәбеҙ. Беҙҙә компетентлы депутаттар корпусы бар. Ауыл старосталары Рәйес Әхйәмов, Тимерйән Исламетдинов, Миҙәхәт Әхтәров һәм ветерандар советы рәйесе Сәғит Саяров – халыҡтың абруйын яулаған кешеләр. Әлфирә Ғәлимйәнова етәкләгән ҡатын-ҡыҙҙар советы әүҙем эшләй.
Һуңғы йылдарҙа беҙ бик күп файҙалы эштәр башҡар-ҙыҡ. Һыу үткәреүсе торбалар һалып, юлдарҙы тәртипкә килтерҙек. Федераль бюджет бүлгән 2 млн 500 мең һумға Тимербай ауылына тиклемге юлды капиталь ремонтланыҡ. Урамдарға 35-тән ашыу лампа ҡуйҙыҡ. Элекке балалар баҡсаһы бинаһын ауыл клубына һәм китапханаға үҙгәртеп ҡорҙоҡ.
– Был эштәр ситтән ярҙам-һыҙ булмағандыр.
– Эйе, был эштәргә ҙур аҡса һәм көс талап ителде. Президент аҡсаһын файҙаландыҡ. Финанс ярҙамды беҙгә район Хакимиәте күрһәтте. Бағыусылар ҙа ситтә ҡалманы. Мәҫәлән, балалар баҡсаһы бинаһын ремонтлауға ғына миллион һум сарыф ителде.
Беҙ шулай уҡ урындағы башланғыстарға ярҙам итеүсе проектта әүҙем ҡатнашабыҙ. Бөгөн халыҡты зыярат торошо борсой һәм улар уны ремонтлауға аҡса йыйырға әҙер.
– Ҡорғаттарҙың күбеһен элекке Чкалов исемендәге колхоз ерҙәренең торошо борсой. Уларҙы ағастар баҫып алыуы һәм тик ятыуы бер кемгә лә сер түгел. Был ерҙәр ысын хужаһын тиҙ генә табырмы?
– Был ерҙәрҙең хужалары элек-электән беҙ булғанбыҙ һәм булып ҡалабыҙ ҙа. Был планда, боҙ ҡуҙғалды, тип әйтә алам. Ҡорғат ауылында тыуып-үҫкән Алик Зиялтдинов крәҫтиән (фермер) хужалығын асты һәм улы менән бергә 800 гектарға яҡын “ял иткән” ерҙәрҙе уңышлы эшкәртә, унда иген культуралары һәм үлән үҫтерә. Фермерға башҡалар ҙа эйәрер, тип уйлайым.
– Тимәк, Ҡорғат бөтәсәк тиергә иртәрәк әле.
– Ҡорғат биләмәһендә бик күп аҡыллы һәм лайыҡлы кешеләр йәшәй. Улар эшһөйәр, сабыр һәм үҙ еренең патриоты булып ҡала. Бөтә ғүмерҙәре шунда үткән һәм тыуған ояларын бөлгөнлөккә төшөрөргә бер ҡасан да юл ҡуймаҫтар.