Ел ҡапҡа янында беҙҙе Фуат Миҙхәт улы ҡаршы алды һәм һәр умартасының ҡәҙерле урыны булған ер – бал ҡорттары менән эшләү өсөн бөтә эш ҡоралдары һәм яйланмалары һаҡланған бинаға саҡырҙы. Бында яңы ағас еҫе сыға, сөнки ҡортсо рамдар өсөн әҙерләмәләр-ҙе һәм ҡорт ҡарау өсөн төрлө ҡулайламаларҙы: улаҡтар, ҡаяҙҙар, умарта йәшниктәрен һәм башҡаларҙы үҙе яһай.
Бал ҡорттарына ҡарата һөйөүҙе беҙҙең геройға бәләкәй сағынан уҡ атаһы тәрбиәләгән. Фуат Абзалов бал айыртыу ҡорамалы тураһында шул тиклем яратып һөйләй, ирек-һеҙҙән беҙ, был кәсеп тураһында саҡ ҡына ла күҙ алдына килтермәһәк тә, аныҡлаусы һо- рауҙар бирә башланыҡ. Фуат Миҙхәт улы ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеү, уның бөтә нес-кәлектәрен өйрәнеүҙән тыш, спорт һәм мунса ярата икән. 72 йәшендә ул ғәҙәттә булмағанса йәш күренә, сөнки ул иртә һайын йүгерергә сыға. Гимнастика менән шөғөлләнә, мунсаны икешәр-өсәр сәғәт керә һәм мотлаҡ миндек менән.
–Хәрәкәттә – бәрәкәт, – ти умартасы. Ул өс тел белә һәм бик күп әҙәбиәт уҡый.
–Үҙемде тулы ҡиммәтле йоҡонан мәхрүм итеп, иртәнге сәғәт дүрткә тиклем уҡый алам. Иртәнге 7-лә тағы мәшәҡәттәр башлана, барыһын да үҙем, бер үҙем эшләйем, – тип өҫтәй Фуат Абзалов. Уның ихатаһында кәрәҙле рамдарҙы һаҡлау өсөн бәләкәй өй, умартасы оҫтаханаһы, умарта баҙы бар. Бөтөн ер таҙа, йылытыла, яҡтыртыла. Әлегә уның умарталар һаны 55, ләкин ул уны 100-гә тиклем арттырыуҙы планлаштыра.
Әйтергә кәрәк, Фуат Абзаловтың баҡсаһында груша, слива, алма, һырғанаҡ, һары сейә, крыжовник, ҡурай еләге, ер еләге, күк көртмәле үҫә. Тауыҡтар өсөн ике ҡатлы келәт, сауналы мунса төҙөлә. Был бик хәрәкәтсән һәм йүнсел кеше.
Нимә ул ҡортсолоҡ? Һөнәрме ул әллә хоббимы? Ул, барыһынан да элек, бал ҡорттарын яратыу. “Бал ҡортолай егәрле”, “Балы татлы, эше ҡаты” йәки “Бал ҡортоноң балы бар, бал-ға хәтле наҙы бар” ти халыҡ әйтемдәре. Шулай итеп, умартасы үҙе лә бал ҡорто кеүек эшсән һәм тырыш булырға тейеш, сөнки улар ялҡаулыҡты яратмай. Умартасы булыу – ул ҙур хеҙмәт тә, оло кинәнес тә. Тотошлайы менән үҙенә тартып алған шөғөл өҫтәмә килем һәм һаулыҡ та өҫтәй. “Ҡортсолар – оҙон ғүмерлеләр” тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер.