Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Редакция сәфәре
15 Октябрь 2018, 14:03

Мәҙәниәт хеҙмәткәренең бурысы – ауылдаштары тормошон ҡыҙыҡлы итеү

Ауыл ерендә мәҙәниәт хеҙмәткәре булыу еңел түгел. Бында төрлө күңел асыу саралары юҡ, шуға элек-электән ауыл клубы төп ял урыны булды һәм булып ҡала. Ә ауыл кешеләренең мәҙәни тормошо күбеһенсә уның эше нисек ойошторолоуына бәйләнгән.

Степной ауыл клубының ун биш йыл стажға эйә мәҙәни ойоштороусыһы Резида Закирйән ҡыҙы Сибәғәтова өсөн эше күптән инде тормошоноң айырып алғыһыҙ өлөшөнә әйләнгән. Бик бәләкәй сағынан ул йырларға һәм бейергә ярат-ҡан, Оло Аҡа ауылындағы бер генә мәҙәни сараны ла ҡалдырмаған. Тик бына нишләптер бухгалтерға уҡыған. Хеҙмәт юлын китапханасы булып башлай. Шунан “Рассвет” эйәрсән предприятиеһында диспетчер булып эшләгән. Ә инде клубта мәҙәни хеҙмәткәр урыны бушағас, уйлап та тормай, шунда күсә.

Бында Резида Закирйән ҡыҙы барыһын да нигеҙенән үҙләштерә – етәксе булырға өйрәнә, документация һәм отчет менән шөғөлләнә, түңәрәктәр булдыра, ауылдаштары араһындағы таланттарҙы асыҡлай, ҡыҫҡаһы, ауылдың мәҙәни тормошон ҡыҙыҡлы итергә һәм төрләндерергә ынтыла.

– Эшләй башлағанда ауылда башланғыс мәктәп бар ине, шуға күрә саралар үткәреү күпкә еңелерәк ине, – ти ул. – Хәҙер, мәктәп бөткәс, халыҡ та йылдан-йыл кәмей, эшләүе ауырыраҡ. Ләкин бошонмайбыҙ, беҙҙең эштә бит төшөнкөлөккә бирелергә ярамай! Беҙҙе яҡшы кешеләр уратып алған, улар менән эшләүе рәхәт, ба- ғыусылар – шәхси эшҡыуар-ҙар Алексей Крючков, Зөлфиә Миңлеғәлина, район хакимиәте, ауыл биләмәһе етәкселәре лә ярҙам итә, бының өсөн уларға ҙур рәхмәт. Иң мөһиме, ауылыбыҙ йәшәһен, беҙгә эшләр өсөн кешеләр булһын! Шулай уҡ, осраҡтан файҙаланып, эскерһеҙ, ваҡыттары менән иҫәпләшеп тормайынса беҙҙең барлыҡ башланғыстарыбыҙға күңелдәрен һалған ярҙамсыларыма рәхмәт әйткем килә. Улар беҙҙең ауылдың “алтын фонды”: Елена Ғәзиева, Лилиә Моталова, Альбина Әхтәрова, уҡыу-сылар Аделина Ғәзиева, Гүзәлиә Ҡылысбаева һәм Вероника Фазылова.

Клубта бейеү, театр һәм шиғриәт түңәрәктәре эшләй. Йома һайын ҡатын-ҡыҙҙар “Оҫта ҡулдар” түңәрәгенә йыйыла.

Резида Сибәғәтова эше һәм ғаиләһе менән генә түгел, ә йәмәғәт эшмәкәрлеге менән дә мәшғүл. Ул – ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе.

Айгөл ШАРАПОВА.