Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Редакция сәфәре
15 Октябрь 2018, 12:02

Хеҙмәте менән матур

Оло Аҡа ауылынан Зөһрә Дилмөхәмәтова – Мәсетле районының почетлы гражданы, “Хеҙмәт ветераны” исеменә лайыҡ. Эшкә яуаплы мөнәсәбәт, ихлас һәм әҙәпле, һөйкөмлө, изге – бына ошо күркәм сифаттары өсөн уны ауылдаштары хөрмәт итә.

Ул 1931 йылда тыуған. Бала сағы, тиҫтерҙәренеке кеүек, ауыр осорға тура килә. Кесе йәштән үк крәҫтиән хеҙмәтен татып үҫә, ни бары дүрт класс ҡына тамамлау мөмкинлеге тейә. Уҡырға теләге көслө була, әммә 11 йәшендә “Аҡа” колхозына (һуңынан “Әй” совхозы) эшкә төшөргә тура килә. 1951 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы һауынсы булып эшләй. Ул районда тәүгеләрҙән булып бер һыйырҙан һөт һауыу буйынса өс меңлек сикте үтә. Ә 1971 йылда 4146 литр һөт һауып ала.

Ул шулай уҡ әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып бара. СССР һөнәри союздары XV Бөтә союз съезы делегаты, бер нисә саҡырылыш рәттән профсоюздар өлкә комитеты ағзаһы, район халыҡ суды заседателе, район һәм ауыл советтары депутаты була. Клас-тан тыш сараларға уҡыусылар янына ҙур теләк менән йөрөй.

Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн Зөһрә Ҡолмөхәмәт ҡыҙы Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Октябрь революцияһы ордендары, “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында намыҫлы хеҙмәт өсөн”, “В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан намыҫлы хеҙмәте өсөн”, “Сиҙәм ерҙәрен үҙләштергән өсөн” миҙалдары менән һәм СССР ВДНХ-һы бронза миҙалы менән бүләкләнгән.

Зөһрә Ҡолмөхәмәт ҡыҙы ире Рәйес Хәтмулла улы менән 37 йыл татыу ғүмер кисергән (ҡыҙғанысҡа күрә, ул был донъя-нан иртә киткән). Улар өс бала тәрбиәләп үҫтергән, лайыҡлы белем алырға ярҙам иткән, үҙ өлгөләрендә һәм яҡшы тәрбиәләре менән тормош юлына аяҡ баҫтырған.

Бөгөн Зөһрә Ҡолмөхәмәт ҡыҙы үҙенең күркәм өйөндә йәшәй. Хужалыҡ буйынса улы Рәфис менән килене Эльмира ярҙамлаша. Ул – 11 ейәнгә һәм 15 бүләгә өләсәй. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, йәшәү тәмен юғалтмай, барыһы менән дә яҡшы мөнәсәбәттә һәм матур йәшәргә тырыша.

Айгөл ӘФРИЗУНОВА.