Бөтә яңылыҡтар
Редакция сәфәре
12 Октябрь 2018, 19:05

Ир кешенең йөрәгендә йүгәнләнгән ат ятыр

Ат аҙбарында кем иң кәрәкле кеше икән, тип уйлағанда, күпселек ул йә ветеринар, йә тренер, йәиһә һыбайлы тигән фекергә киләсәк.

Ысынында бер генә йылҡы үрсетеү заводы ла ат ҡараусыһыҙ булмай. Нәҡ ошо кеше иң “бысраҡ” һәм ҡатмарлы эште үҙ өҫтөнә ала.

Оло Аҡа ауылында шундай кеше бар – ул Зифат Сафин. Уға инде 81 йәш. Хеҙмәттең ни икәнен белә ул. Сөнки 12 йәштән эшкә егелгән. 1964 йылдан хеҙмәтен совхозда өлкән ат ҡараусы булып дауам итә. Әле ул хаҡлы ялда, әммә әле һаман да аты бар, һәм уны донъялағы бер ниндәй байлыҡҡа ла алмаштырырға уйы юҡ, сөнки шул тиклем аттар ярата. Ә ат ҡараусының эше нимәгә ҡайтып ҡала, тигән һорауға “Ат ҡараусы ваҡытының күп өлөшөн эшенә сарыф итергә, ат аҙбарына таң менән килеп, унан ҡараңғы төшкәс кенә ҡайтырға тейеш”, – тип яуаплай. Ат аҙбарҙарын һәм аттарҙы таҙартыу – кешенән ныҡлы һаулыҡ һәм көс талап итеүсе ауыр физик хеҙмәт. Ат ҡараусы аранды тиҙәктән һәм бысраҡтан даими таҙарта, аттарҙы йыуа, уларҙың туҡланыуын, һаулыҡ тороштарын күҙәтә, шулай уҡ көтөүҙә йөрәтә. Ундай хеҙмәткәр аттар-ҙы сикһеҙ яратырға тейеш, сөнки был малҡайҙар бик эмоциональ булып иҫәпләнә һәм үҙҙәренә ҡарата ысын ат ҡараусы мөнәсәбәтен һиҙәсәк. Аттарҙы йөрәге һәм күңеле менән тойомлаусы кеше генә улар менән уртаҡ тел таба һәм көн һайын кәм тигәндә 12 сәғәтен эштә үткәрә. Зифат ағай Сафин нәҡ шундай күңеле менән аҡбуҙаттар өсөн өҙөлөп торған кеше.

Адель ҒАФФАРОВА.