Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Редакция сәфәре
12 Октябрь 2018, 19:34

Әхтәровтарҙың хужалығында

Әхтәровтар – Степной ауылында йәшәүсе эшһөйәр ғаилә.

Рәлиф Риза улы һәм Альбина Шәрифйән ҡыҙы оҙаҡ йылдар “Әй” совхозында эшләгән. Совхоз бөткәс, ир менән ҡатын өмөтһөҙлөккә бирелмәй. Үҙ хужалығың булһа – юғалып ҡалмаясаҡһың. Шундай ҡарарға килә Әхтәровтар.

Үҙ средстволарына ауыл хужалығы техникаһы – трактор һәм пресс-йыйғыс һатып алалар. Үҙҙәренең пай ерҙәрен эшкәртеп, күп йыллыҡ үләндәр сәсә башлайҙар.

Хәҙер уларҙың 21 баш һыйыр малы, шул иҫәптән ете һауын һыйырҙары бар.

– Үткән йылдарҙа тапшырылған һөт өсөн түләү проблемалары булды, – ти ғаилә башлығы, – ләкин хәҙер беҙ Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ышаныслы эшҡыуар менән эшләйбеҙ. Унда һөт, ҡаймаҡ, эремсек ташыйбыҙ.

Әхтәровтарҙың балалары өсәү. Улдарының береһе ата-әсәләре эшенә әүҙем йәлеп ителгән. Артур – мал аҙығы әҙерләү һәм малдарҙы ҡарауҙа уларҙың алмаштырғыһыҙ ярҙамсыһы.

Ихаталарында һыйыр малдарынан тыш ҡош-ҡорт та күп: күркәләр, ҡаҙҙар, ҡытай һәм америка тауыҡтары. Ҙур баҡса үҫтерәләр.

Күптән түгел улар ауылдың шишмәһен төҙөкләндерә башлаған. Рәлиф Риза улының һүҙҙәренсә, шишмәгә малдарын эсереү өсөн юл эшләнәсәк. Әхтәровтарҙың башлан-ғысын күптәр хуплаған, ҡай-һы бер ауылдаштары был изге эштәрендә уларға ярҙам итеү инициативаһын үҙҙәре күр-һәткән.

Һүрәттә: Альбина һәм Рәлиф Әхтәровтар улдары Артур менән.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА