Бөтә яңылыҡтар
Редакция сәфәре
12 Октябрь 2018, 17:01

Ептән һүрәттәр тыуҙыра

Бөгөн күп кенә ҡул эше оҫталары араһында сигеү сәнғәте айырым популярлыҡ менән файҙалана. Ҡасандыр тик көнкүреш характерында ғына бул-ған сигеү хәҙер күптәрҙең иң шәп хоббийына әйләнде.

Степной ауылынан Елена Ғәзиева ғәҙәти булмаған картиналар тыуҙыра.

– Элек мин бәйләү менән мауыға инем. Уға мин әсәйемдән өйрәндем. 6-сы класта үҙемдең тәүге аҡсамды эшләнем: уҡытыусыма үҙем бәйләгән костюм һаттым, – ти ул. – Биш йыллап элек канвала рәсем сигеү техникаһы менән таныштым. Эшләп ҡараным, миңә оҡшаны, һәм был шөғөл ысынтылап мине мауыҡтырҙы. Сатрашлап сигеү техникаһы менән башҡарған тәүге эшем шарлауыҡ һүрәте булды. Ул иң ҡатмарлы эштәр-ҙең береһе. Унда 32 төҫ ҡулландым. Сигеү йыйылмаларын: канва, схемалар һәм ептәрҙе интернет аша һәм Пермь ҡалаһы магазиндарында һатып алам. Әҙер һүрәтле канвалар алмай-ым. Миңә ҡалһа, улар тәбиғи килеп сыҡмай.

Ҡул оҫтаһы хайуандар һәм төрлө пейзаждарҙы бик шәп килтереп сығара.

– Мин үҙемә нимә оҡшай – шуны сигәм. Был эш мине тулыһынса биләп алып, ваҡыт тураһында онотҡан саҡтар ҙа була, – ти Елена. – Мәҫәлән, 60х60 см ҙурлыҡтағы иң ҙур “Леопард” картинаһын мин бер айҙа башҡарҙым. Шулай уҡ яратып тәрбиәләгән “Спартагыбыҙ”ҙың сигелгән һүрәте бар, уны фотоһына ҡарап сиктем.

Борон сигеү менән кейем-һалымды, таҫтамалдарҙы биҙәгәндәр, сатрашлап сигелгән һүрәттәрҙе мендәрҙәрҙә, юрғандарҙа күрергә мөмкин ине. Ләкин Елена Рафаил ҡыҙы үҙенең эштәрен күберәк стенаға эленгән рам эсендә күрергә ярата.

Ире Алик Тимерхан улы ҡатынының мауығыуын хуплай, уның эштәрен маҡтай. Хәрби булып Пермь ҡалаһында хеҙмәт иткән улы Руслан менән юридик колледждың II курсында уҡыған студент ҡыҙы Крис-тинаға ла әсәләренең шөғөлө оҡшай.

Елена Рафаил ҡыҙының эштәре ауыл һәм район күргәҙмәләрен биҙәй. Ул “Мәсетле оҫтаханаһы” III Төбәк-ара конкурсы һәм Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арнал-ған район биҙәү-ҡулланма ижады күргәҙмәһе дипломдары менән бүләкләнгән.

Йәй көнө яратҡан шөғөлө өсөн ваҡыт бөтөнләй юҡ тиерлек. Ә оҙайлы көҙгө һәм ҡыш- ҡы кистәрҙе Елена сигеүгә бағышлай. Энә үҙ артынан епте эйәртә, әкренләп төрлө төҫлө сатраштарҙан картина тыуа. Хәҙерге заман сигеү йыйылмалары ҡул оҫтаһының хеҙмәтен бер аҙ еңелләштерә. Шулай ҙа иң мөһиме – оҫтаның түҙемлеге, уның фантазияһы. Еленаның бөтә эштәре лә яҡты, йылы, һөйөү менән башҡарылған. Улар уның үҙҙәренә ғүмер биргән ҡулдар йылыһын һаҡлай.

Айгөл ШАРАПОВА.