Бөтә яңылыҡтар
Редакция сәфәре
12 Октябрь 2018, 15:00

Ауыл советы менән халыҡ берҙәм эш итергә тейеш

Оло Аҡа ауыл биләмәһе хакимиәтен өс йыл дауамында йәш һәм дәртле етәксе – Вадим Шаһибетдинов етәкләй. Ул башҡарылған эштәр, ауыл биләмәһенең пландары һәм хал-ҡы тураһында һөйләне.

– Вадим Игоревич, Оло Аҡа ауыл биләмәһе тураһында һөйләгеҙ әле.

– Оло Аҡа ауыл Советы өс торама пункт: Оло һәм Урта Аҡа, Степной ауылдарын берләштерә. Был территорияла 1839 кеше йәшәй, ауыл биләмәһендә 960 йорт хужалығы урынлаш-ҡан.

Һәр ауылда клубтар бар. Ауыл биләмәһендә китапхана, ауыл табип амбулаторияһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, элемтә узелы, Һаҡлыҡ банкы бүлексәһе, ике пилорама, ике мә-сет, 10 магазин, тимерлек эшләй.

Шулай уҡ беҙҙә урта мәктәп бар, унда 18 уҡытыусы хеҙмәт итә, 145 бала уҡый.

Балалар баҡсаһы коллективы алты хеҙмәткәрҙән тора. Унда 52 бала йөрөй.

– Һеҙҙең территорияла ауыл хужалығы менән эштәр нисек тора?

– Оло Аҡа ауыл биләмәһендә өс фермер үҙҙәренең крәҫтиән (фермер) хужалығын теркәгән.

Ер биләмәләренең күпселеге “Аҡтау” (Абдулла ауылы) яуап-лылығы сикләнгән йәмғиәте тарафынан эшкәртелә. Улар ташландыҡ ерҙәрҙе тергеҙә, сәсә.

Ҙур шәхси хужалыҡҡа эйә булған ҡайһы бер кешеләр – Данис Дәүләев, Ринат Дигашев, Рамул Сәфәров, Булат Закиров һәм Фәғил Ғиниәтовтарҙың берләшеп, ерҙәрҙе эшкәртеүе, бой-ҙай, арпа һәм күп йыллыҡ үләндәр сәсеүе ҡыуандыра.

– Ауыл биләмәһендә ниндәй эштәр башҡарылған?

– Йыл һайын Оло Аҡа ауыл биләмәһе кешеләре программаларҙа ҡатнашырға тырыша. Степной ауылында клуб бинаһы ҡыйығын алмаштырыу буйынса ҙур эш башҡарылды. Ул “Реаль эштәр” программаһы арҡаһында мөмкин булды.

Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы буйынса быйылға Урта Аҡа ауылында 1,5 км оҙонлоҡтағы юлды ремонтлау планлаштырылғайны. Смета хаҡы 1 млн 37 мең һум тәшкил итте. Планлаштырыу, ПГС һибеү һәм тигеҙләү ҡаралған. Был эштәр октябрҙә үтәләсәк. Халыҡ сумманың 12 процентын йыйҙы, шәхси эшҡыуар Алексей Крючков яҡшы ғына бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте.

Үткән йыл һуңында Оло Аҡа ауылында 10 йылдан ашыу тик торған һыу сығарыу башняһын тергеҙҙек һәм эшләтеп ебәрҙек. Шуға тиклем халыҡ һыу баҫымының түбән булыуына зарлана ине, ә хәҙер ул проблема хәл ителде.

Беҙ ҙур иғтибар биргән тағы ла бер йүнәлеш – экология. Аҙна һайын уҙғарылған шәмбе өмәләре, территорияларҙағы сүп үләндәрен сабыу һәм йыйыштырыуҙан тыш, рөхсәтһеҙ сүп-лектәрҙе асыҡлау буйынса эш алып барабыҙ. Быйыл беҙ шундай ике сүплек барлығын асыҡланыҡ, улар ғәйеплеләрҙең үҙҙәре тарафынан юҡ ителде.

– Ә халыҡ үҙе ауыл биләмәһе тормошон һәм уның тыш-ҡы йөҙөн яҡшыртыусы эштәрҙә ҡатнашамы?

– Эйе, һис шикһеҙ. Бында татыу һәм эшсән халыҡ йәшәй. Оло- һәм уртааҡалар, шулай уҡ Степной ауылы халҡы араһында һәр ваҡыт ярҙам күрһәтергә әҙер торған кешеләр бар һәм, улар үҙҙәре үк шундай эштәр-ҙең инициаторҙары булып сығыш яһай.

Степной ауылында Рәлиф Әхтәров зыяраттың ағас кәртәләрен тимергә алмаштырыу эшен яҡшы ойошторҙо. Быйыл шуны буятыу менән шөғөлләндек.

Урта Аҡа старостаһы Рамул Сәфәров ауылдаштары менән зыяраттың периметры буйынса тимер бағаналар ултыртты.

Халыҡ көсө менән ауылдың янғын һүндереү депоһының янғын һүндереү машинаһы тергеҙелде. Радис Хәсәнов уның двигателенә капиталь ремонт яһаны, Филүс Вәлиев цистернаһын йүнәтте.

Әйткәндәй, Филүс Вәлиев 2018 йыл башынан үҙ тимерлеген асты, ул ҡапҡалар, кәртәләр сүкеү һәм башҡа тимер эштәре буйынса заявкаларҙы үтәй. Ә ауыл Советына ярҙам итеүҙән бер ҡасан да баш тартмай.

Күп кенә уңыштар – ул ауыл Советы менән халыҡтың берҙәм хеҙмәт һөҙөмтәһе.

– Алдағы йылдарға пландарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ әле.

– Ауыл биләмәһе хакимиәте пландарында: бөтә юл ҡатламын 2020 йылға тергеҙеү. Шунан һуң ауыл биләмәһе буйынса юл-һыу үткәреү торбаларын ремонтлай башлаясаҡбыҙ.

Урам яҡтыртылышын яҡшыртыу буйынса беҙ инде әүҙем эшләйбеҙ: эффекттары булмаған иҫке лампаларҙы яңы энергия һаҡлаусы светодиодлыларға алмаштырабыҙ. Бөгөнгә 15 проценты алмаштырылған. Был эш артабан да дауам итәсәк.

Шулай уҡ үткән йылдарҙағы һымаҡ эшмәкәрлегебеҙҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып экология торасаҡ: рөхсәтһеҙ сүплектәрҙе тамырынан юҡ итәсәкбеҙ һәм ауылдарыбыҙҙың тышҡы йөҙөн яҡшыртыу буйынса эш алып барасаҡбыҙ.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА

әңгәмәләште.