Мәсетле тормошо
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Редакция сәфәре
31 Август 2017, 02:00

Яҙыл һәм от!

Сентябрҙә 2018 йылға яҙылыу кампанияһы башлана. “Үҙ баҫмаңа яҙыл” марафоны бөтә республика буйлап үтә. Баҫмаларға яҙылып, һеҙ ҡиммәтле бүләктәр ота алаһығыҙ. “Аҙна һайын приз” Шулай тип аталған акция октябрь буйына һәм декабрҙең тәүге ике аҙнаһында үтәсәк. Унда ҡатнашыу өсөн 2018 йылға теләгән бер район йәки республика баҫмаһына (6 айҙан да кәм түгел) яҙылырға һәм редакцияға квитанцияның күсермәһен ебәрергә кәрәк. Аҙна һайын осраҡлы һайлау ысулы менән еңеүсе билдәләнәсәк, уның фотоһүрәте гәзиттә сығасаҡ. Бүләктәр сифатында ҡышын бик урынлы буласаҡ тауарҙар әҙерләнгән. “Бәхетле авто” Акция ноябрҙә үтәсәк. 2018 йылға алты айҙан кәм булмаған осорға район гәзитенә яҙылырға һәм редакцияла махсус наклейка алырға кәрәк, ә стикерҙы – үҙ автомобилеңдең артҡы тәҙрәһенә йәбештерергә. Ноябрь һуңында район үҙәге йәки майҙандарының береһендә бүләктәр уйнатыласаҡ. Приздар тик сара уҙғарыу урынына махсус наклейка йәбештерелгән автомобилдәрендә килгәндәр араһында ғына уйнатыла. Әйткәндәй, приздар ҙа ярашлы – автокомпрессор, инструменттар йыйылмаһы, автомобилсе йыйылмаһы һәм башҡалар. Бүләк уйнатыуҙың тәғәйен урынын һәм ваҡытын гәзиттә хәбәр итәсәкбеҙ. Суперприз от! Суперприздар уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн 2018 йылға алты айҙан да кәм булмаған ваҡытҡа бер үк ваҡытта бер республика һәм бер район баҫмаһына яҙылыу зарур. Яҙылыу абонементтарының күсермәләрен 450077, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45 адресы буйынса “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт-унитар предприятиеһының ваҡытлы баҫмалар таратыу бүлегенә ебәрергә кәрәк. 2018 йылдың февралендә осраҡлы һайлау ысулы менән 21 еңеүсенең фамилиялары билдәләнәсәк. Төп приз – телевизор һәм юлдаш ТВ-һы приемнигы. Унан тыш, ике телевизор, өс юлдаш ТВ-һы приемнигы һәм ун биш планшет уйнатыласаҡ. Еңеүселәрҙең исемдәре һәм фотоһүрәттәре матбуғатта баҫылып сығасаҡ. Суперприз отоусы бүләкләнеү өсөн Өфөгә саҡырыласаҡ. Сәләмәт булығыҙ! 2018 йылдың февралендә 2018 йылға республика, район баҫмаһына бер йылға яҙылыусылар араһында приздар уйнатыласаҡ. Был конкурста ҡатнашыу өсөн яҙылыу абонементтарының күсермәләрен “Сәләмәт булығыҙ!” конкурсына” тигән билдә менән 450077, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45 адресы буйынса “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт-унитар предприятиеһының ваҡытлы баҫмалар таратыу бүлегенә ебәрергә кәрәк. Бүләктәр сифатында көнкүрештә кәрәкле медицина тауар-ҙары (тонометрҙар, глюкометрҙар, магнит терапияһы аппараттары һәм башҡалар) әҙерләнгән. Мөһим! Бүләктәр уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн бары тик “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто гәзиттәре һәм журналдарына ғына яҙылырға кәрәк. Медиа-холдинг баҫмаларының тулы исемлеге менән www.rbsmi.ru сайтында танышырға мөмкин.