Бөтә яңылыҡтар
Редакция сәфәре
23 Ғинуар 2017, 02:00

Тауарҙар өйгә алып барыла

Зиялетдиновтар ғаиләһе үҙ эшен 18 йыл элек асҡан. Әлегә тиклем уларҙың ике магазины була, хәҙер бер сауҙа нөктәһе ҡалған. Шулай ҙа Юлай, Тимербай һәм Ҡорғат ауылдары халҡы тулыһынса хеҙмәтләндерелә. Улар предприятиеһының айырылып торған һыҙаты – тауарҙар кешеләрҙең өйҙәренә алып барып бирелә.

Бындай хеҙмәтте Алмаз Мәүләүи улы менән Анфиса Нәсибулла ҡыҙы шунда уҡ күрһәтә башлаған тиерлек.
– Ирем клиенттарҙы магазинда хеҙмәтләндерә, – ти Анфиса Зиялетдинова, – ә мин аҙнаһына ике тапҡыр тауарҙарҙы адрестар буйынса таратып сығам. Транспорт хеҙмәтенән, нигеҙҙә, пенсионерҙар файҙалана. Ғәҙәттә, ул – икмәк, һөт, сәй, кәнфит һәм кондитер изделиелары кеүек туҡланыу продукттары. Әммә йыш ҡына кейем һәм хужалыҡ кәрәк-яраҡтары килтереүҙе үтенәләр. Транспорт сығымдары өсөн алмайбыҙ, хаҡтар магазиндағы кеүек үк.
Өйҙәрҙе йөрөп сығыуға тотош бер көн китә. Ошо йылдар эсендә Зиялетдиновтар-ҙың автомобиленең расписание буйынса ғәҙәти маршрутына сыҡмай ҡалғаны булмаған. Бындай сервис халыҡтың күңеленә хуш килә. Һорау бар икән, тимәк, тәҡдим һәр ваҡыт буласаҡ.