Зәбирә Кашфуллина (Мирсаева) Абдулла ауылында тыуған. Уның бала сағы һуғыштан һуңғы ауыр йылдарға тура килә, ғаилә бик ярлы йәшәй. Ул йылдарҙағы сама буйынса ғаилә ҙур түгел: ата-әсә һәм өс бала. Атаһы фронттан әйләнеп ҡайта, дауалана. Ул бик изге күңелле кеше була, ә әсәһе талапсанлығы менән айырылып тора.
Ун йәшендә Зәбирә Ғәфүр ҡыҙы ҡустыһы һәм апаһы менән Өфө балалар йортона эләгә. Һуңыраҡ ул Өфө ҡалаһының беренсе интернатында йәшәй һәм уҡый, каникулда өләсәһе янына тыуған ауылына ҡайтып йөрөй.
Хеҙмәт юлын “Металлист” йәмғиәте заводының үртәү цехында башлай. Кейәүгә сыға һәм тормош иптәше менән Ҡаҙағстанға күсеп китә. Хеҙмәт эшмәкәрлеген резина-техник изделиелар әҙерләү заводында дауам итә. Завод ябыла, ә ул ваҡытынан алда пенсияға сыға. Тормош иптәше фани донъяны иртә ҡалдыра. Зәбирә Кашфуллина тыуған районына ҡайтырға ҡарар итә.
Өлкән йәшкә етһә лә, ул һис эшһеҙ ултырмай – ҡул эше менән әүҙем шөғөлләнә. Уның хоббиһы – таҫмаларҙан диван мендәрҙәре эшләү, япмалар бәйләү, картиналар сигеү, тәбиғи материалдарҙан панно эшләү. Шулай уҡ ул киптерелгән сәскәләрҙән һәм япраҡтарҙан картиналар ижад итә.
– Тәбиғәт донъяһы ысын мәғәнәһендә оло тылсымға эйә, – тип һөйләй Зәбирә Ғәфүр ҡыҙы. – Һәр ботаҡ, һәр япраҡ әйтеп бөтөрә алмаҫлыҡ һоҡланыу тыуҙыра. Төрлө тәбиғи материалдан үҙ ҡулдарың менән мөғжизәләр тыуҙырырға мөмкин.
Зәбирә Кашфуллина ҡул эштәренән тыш, туған башҡорт телендә шиғырҙар ҙа яҙа. Бәлки, шуға күрә лә хәтере яҡшылыр. Ижад менән шөғөлләнеү кәйефте күтәрә, ул юмор, рух көсө менән айырылып тора.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, быйыл ул үҙенең 75 йәшен билдәләне. Ауыр бала саҡ йылдары, яҡындарын юғалтыу уның өсөн эҙһеҙ үтмәй, әммә Зәбирә Ғәфүр ҡыҙы һынауҙарға бирешмәй, күңел яҡшылығын һаҡлап ҡала.
Нурания ӘБДРӘХИМОВА.