Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Парлап ҡанат ҡағыу еңелерәк

1 октябрҙә, көҙ миҙгеленең икенсе айындағы тәүге көндә, ололарҙы ҡотлайбыҙ. Һәм был осраҡлы түгел. Күптәр өсөн оло йәшкә етеү – ғүмер-ҙең “алтын көҙө”нә аяҡ баҫыу менән бер. Шуның өсөн дә был байрам йыл миҙгеленең нәҡ ошо ваҡытында билдәләнә.

Парлап ҡанат ҡағыу еңелерәк
Парлап ҡанат ҡағыу еңелерәк

Беҙҙең районда оло йәштә лә ҡыҙыҡлы, әүҙем һәм иң мөһиме – бәхетле тормош алып барған ветерандар, пенсионерҙар күп. Улар балаларына, йәмғиәткә файҙа килтерә, бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелмәй, һәр көндө яҡшы кәйеф менән ҡаршы ала. Шулар араһында Тайыш ауылынан Зәлифә һәм Рәмил Ғәлимовтар ғаиләһе бар. Ауылдаштары уларҙы яратып, хөрмәт итеп “Тайыш һандуғастары” тип йөрөтә.
Зәлифә Нурый ҡыҙы 1943 йылдың 1 майында Аҡҡын (Йонос ауыл советына ҡараған, 1980 йылда был ауыл иҫәптән сыҡҡан) ауылында ете балалы ғаиләлә иң тәүгеһе булып донъяға килә. Ул Аҡҡын һәм Тайыш ауылдарынан 10-сы класты тамамлаған берҙән-бер уҡыусы була. Шуның өсөн дә ул ваҡыттағы мәҙәниәт бүлеге начальнигы Риза Сафин ҡыҙға китапханасы эшен тәҡдим итә.
1963 йылда Зәлифә Нурый ҡыҙы Тайыш ауылынан Рәмил Лотфулла улына тормошҡа сыға. Ә уларҙың танышыуы былай була: Зәлифә туғыҙынсы класты тамамлағандан һуң колхозға быҙау көтөүсе булып эшкә урынлаша. Яланда мал көткәндә ҡыҙ үҙенең яратҡан йырҙарын йырлап йөрөй. Салауат Юлаев исемендәге колхозда һауын һыйырҙарын көткән Рәмил, ҡыҙҙың матур, моңло тауышын ишетә лә, уның янына бара. Ул тәү күреүҙән ҡыҙға ғашиҡ була һәм ҡайнар мөхәббәтен юғалтмай, йылдар буйына һаҡлай.
Зәлифә Нурый ҡыҙы һөнәр алыу теләге менән йәшәй. Ире, ҡәйнәһе, әсәһе уның уйҙарын хуплап, Мәсәғүт педагогия училищеһында уҡыған ваҡытта бәләкәй улын ҡарарға ярҙам итә. 1969 йылдан башлап 35 йыл дауамында мәктәптә балаларға белем бирә. Тәүге ун йылда башланғыс клас-тарҙы уҡыта, аҙаҡтан биология, физкультураны алып бара. Уның уҡыусылары район кимәлендә уҙған саңғы һәм йүгереү буйынса ярыштарҙа призлы урындар яулай. Оҙаҡ йылдар емеш-еләк тулып үҫкән, аллы-гөллө сәскәләре тирә-яҡтағыларҙы ҡыуандырған мәктәп алды баҡсаһы менән етәкселек итә. Художестволы үҙешмәкәрлек түңәрәген алып бара, балаларҙы мәҙәни ҡиммәттәргә өйрәтә.
Төп эшенең күп һәм ауыр булыуына ҡарамаҫтан, уның көс-ҡеүәте йәмәғәт эштәрендә ҡатнашырға ла етә. Ул 15 йылдан ашыу ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе вазифаһын башҡара.
Зифа Нурый ҡыҙы – ижади кеше. Ул бөгөн дә тамашасыларҙы үҙенең сағыу сығыштары менән ҡыуандыра: йырлай, спектаклдәрҙә ҡатнаша, “Әхирәттәр” фольклор ансамбле ағзаһы ла. Шиғырҙар ижад итә, ағымдағы йылда эштәре менән “Мәсетле тормошо” гәзитенең 90 йыллығына арналған һәм “Илһам шишмәләре” район конкурстарында ҡатнашты.
Рәмил Лотфулла улы ла – ижадҡа ғашиҡ шәхес. Колхозда 28 йыл хеҙмәт иткәндән һуң мәҙәниәт өлкәһенә килә: хаҡлы ялға сыҡҡансы клуб директоры булып эшләй. Уның тауышын данлыҡлы йырсы Фәрит Бикбулатов моңона тиңләйҙәр. Бер үк ваҡытта гидрологик поста ла эш алып бара. Һәр көн һайын тәбиғәт торошо, һауа температураһы, һыу кимәле тураһында һәм башҡа күҙәтеүҙәрен Өфө үҙәгенә ебәрә.
Ғәлимовтар – хеҙмәт яратҡан ғаилә, улар һәр ваҡыт етештереү алдынғылары, социалистик ярыштарҙа еңеүселәр. Зәлифә Нурый ҡыҙы – Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы һәм Социалистик Хеҙмәт алдынғыһы, Рәмил Лотфулла улы “В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы намыҫлы хеҙмәте өсөн” миҙалына лайыҡ. Улар икеһе лә “Хеҙмәт ветераны” исемен йөрөтә.
Мөхәббәттәрен һәм ғаилә усағын һаҡлаған Ғәлимовтар өс ул тәрбиәләп үҫтерә, балаларына белем алырға ярҙам итә. Бөгөн уларҙың һәр ҡайһы-һының үҙ ғаиләһе бар. Олатай һәм өләсәй иң яратҡан, ҡәҙерле ейән-ейәнсәрҙәре менән ғорурланып, уларҙың уңыштарына һөйөнөп йәшәй.

Парлап ҡанат ҡағыу еңелерәк
Парлап ҡанат ҡағыу еңелерәк
Автор:Айгуль  Шарапова