Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡотлайбыҙ!

Хөрмәтле Мәсетле районы өлкәндәре, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары!

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө уңайынан иң ихлас теләктәребеҙҙе ҡабул итеп алығыҙ. Был байрам – быуындар, ваҡыт бәйләнеше һәм берҙәмлек символы.
Был көндө беҙ айырым йылылыҡ менән баһалап бөткөһөҙ тормош тәжрибәһе һәм иҫ киткес ҡаҙаныштар яулаған өлкән быуын кешеләре тураһында һөйләйбеҙ. Мәсетле районының Бөйөк Ватан һуғышы, предприятие, ойошма, учреждение ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре һәм һуғыш йылы балалары – һеҙ кесе тыуған ил үҫеше һәм сәскә атыуы өсөн баһалап бөткөһөҙ тос өлөш индерҙегеҙ. Беҙ һеҙҙең хеҙмәт яратыуығыҙ, тәрән аҡылығыҙ алдында баш эйәбеҙ һәм һәр ваҡыт өлгө алабыҙ. Һеҙҙең ваҡытында әйткән изге кәңәштәрегеҙ беҙҙең тормошта ярҙам итә.
Һеҙҙең күңелегеҙ йәш, әүҙем, матур булып ҡалыуын теләйбеҙ, көс-ҡеүәтегеҙ күптәргә өлгө булып ҡалһын, сөнки йәш йылдар менән иҫәпләнмәй, ә күңел торошона бәйле. Ғүмер юлығыҙҙа илһамланып алға барығыҙ, ә туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ һәр ваҡыт янда булһын.
Ысын күңелдән һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, әүҙем оҙон ғүмер, күңел йылыһы һәм бәхет теләйбеҙ. Донъяғыҙ имен, сәләмәтлегегеҙ пландарҙы маҡсатҡа ашырырлыҡ булып, тирә-яҡтағылар хөрмәтендә йәшәгеҙ.
Мәсетле районы Советы һәм хакимиәте.

* * *

Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифахана етәкселеге һәм профсоюз комитеты балалар шифаханаһының хаҡлы ялдағы хеҙмәткәрҙәрен ысын күңелдән Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө менән ҡотлай.
Ғүмер юлдарығыҙ оҙон булһын,
Бай, мул көндәр уны биҙәһен.
Һәр яңы көн шатлыҡ менән үтһен,
Ауырлыҡтар бер ҙә килмәһен.
Сәләмәтлек ташламаһын һеҙҙе,
Һәр көнөгөҙ үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һеҙгә тормошта!


* * *
“Ленинский” кооперативы етәкселеге, ветерандар һәм ҡатын-ҡыҙҙар советтары, Кесе Ыҡтамаҡ ауыл хакимиәте өлкән йәштәге ауылдаштарын Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө менән ысын күңелдән ҡотлай.
Сәстәргә аҡ ҡарҙар ҡунһалар ҙа
Яҙҙар йәшәй һеҙҙең күңелдә.
Өйрәнһендәр йәштәр һеҙгә ҡарап
Һоҡланырлыҡ тормош көтөргә.
Сәләмәтлек ташламаһын һеҙҙе,
Йәшәгеҙ һеҙ шатлыҡта.
Сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр
Юлдаш булһын ҡартлыҡта!

* * *

“Мәсетле тормошо” район гәзите редакцияһы коллективы редакция һәм типография ветерандарын ысын күңелдән Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө менән ҡотлай. Һеҙгә туғандарығыҙ, яҡындарығыҙ ҡурсауында сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныс һәм хәстәр менән тулы булған оҙон, бәхетле ғүмер йылдары теләйбеҙ. Сәстәргә сал төшһә лә күңелегеҙ менән йәш, әүҙем булып ҡалығыҙ. Донъя именлеге һеҙгә!
* * *
Әләгәҙ ауыл советы хакимиәте ветерандарҙы һәм өлкән быуын кешеләрен Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө менән ҡотлай. Һеҙҙең сыҙамлылыҡ, сабыр һәм фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙгә бәхет менән мөлдөрәмә тулы оҙон ғүмер, балаларығыҙ һәм ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ хөрмәтендә бер ҡайғыһыҙ тормош теләйбеҙ. Һеҙ туплаған төплө аҡыл һәм баһалап бөткөһөҙ тормош тәжрибәһе йәштәргә тыныслыҡта һәм татыулыҡта йәшәргә, изгелек һәм ярҙамсыллыҡ тойғоһон тәрбиәләргә ярҙам итһен. Һеҙҙең кәңәштәрегеҙ мохтаж булғандарға ярҙам булһын, ә тәрән аҡылығыҙ оҙаҡ йылдарға етһен. Һеҙгә сәләмәтлек, тыныслыҡ, муллыҡ, хәстәрлек менән тулы оҙон һәм бәхетле ғүмер теләйбеҙ!

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Автор:Наталья  Русинова