Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һәр саҡ сафта

Беҙҙең районда ветерандар һәм хаҡлы ялдағылар күп, улар, оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, ҡыҙыҡлы, әүҙем тормош алып бара, ә иң мөһиме – үҙҙәрен, тирә-яҡтағыларҙы ҡыуандырып донъя көтәләр. Балаларына ярҙам итеп, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашып, һәр көндө ҙур шатлыҡ менән көтөп алалар. Шуларҙың береһе – Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Венера Шафиҡова.

Тыумышы менән ул Ләмәҙтамаҡ ауылынан. Уның хеҙмәт юлы район тормошо менән тығыҙ бәйләнгән – “Сельхозтехника” ойошмаһында баш бухгалтер, иҡтисад буйынса ауыл хужалығы идаралығы начальнигы урынбаҫары, Рәсәй страховкалау компанияһы директоры. 1998 йылда яңы ойошҡан Пенсия фондына начальник итеп тәғәйенләйҙәр Венера Фәхретдин ҡыҙын. Уның етәкселеге аҫтында коллектив страховка номерҙарын теркәүҙе уңышлы башҡарып сыҡты.
– Ул ваҡытта Пенсия фонды иҫке бинала урынлашҡайны, уны утын яғып йылыта инек. Компьютерҙар етешмәй, һәр ваҡыт яңы программаларҙы өйрәнергә кәрәк. Таңға тиклем эшләгән ваҡыттар ҙа булды, – тип хәтерләй Венера Фәхретдин ҡыҙы.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та алты йыл Пенсия фондын етәкләй ул. Бар көсөн һалып эшләй, унан башҡа төрлө саралар ойоштора, райондың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Оҙаҡ йылдар райондың ветерандар советы ағзаһы була, төрлө кимәлдәге һайлау кампанияһын ойоштороуға һәм үткәреүгә ҙур өлөш индерә. Тәүҙә участка һайлау комиссияһы секретары, 2010 йылдан уның рәйесе булып тәғәйенләнә.
“Венера Фәхретдин ҡыҙы һәр ваҡыт яуаплы, тәүәккәл, һәр эште башлап ебәреүсе. Бар эштә лә уға таянырға мөмкин. Һәр саҡ сафта булған иғтибарлы, матур күңелле мөләйем был ҡатын – беҙҙең өсөн үрнәк”, – ти бергә эшләгән коллегалары.
Венера Шафиҡова өсөн ғаилә һәр ваҡыт беренсе урында булды һәм шулай булып ҡала ла: балалары, ейәндәре, туғандары өҙөлмәй өйөнән. Улар яратҡан әсәйҙәре, өләсәйҙәре, туғаны янында ярҙам һәм аңлау таба.