Был көн – өлкәндәргә йәштәрен хәтергә төшөрөп тороусы дата түгел, ә Һеҙгә – беҙҙең ата-әсәләргә, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына, пенсионерҙарға, бөтә оло йәштәгеләргә районды үҫтереүҙә ҙур көс һалғандары, намыҫлы һәм оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәре әйтергә мөмкинселек биргән көн.
Һеҙ оло тормош юлын үттегеҙ, ваҡыт һәм быуындар бәйләнешен булдырҙығыҙ. Һеҙҙең белемегеҙ һәм бай тормош тәжрибәгеҙ хәҙерге заманда йәш белгестәр өсөн бик мөһим.
Һеҙ рухи байлыҡ һәм халыҡ йолаларын һаҡлап ҡалыусы, дауам итеүсе, балаларға һәм ейән-ейәнсәрҙәргә терәк-таяныс. Райондың мәҙәни һәм ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашыуығыҙ оло хөрмәткә лайыҡ.
Бигерәк тә, һуғыштың ауыр ваҡытын кисереп, Тыуған илде яҡлап, илде аяҡҡа баҫтырғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Кемдәр хаҡлы ялда, кемдәр әле, йәшенә ҡарамай, хеҙмәт итә – барыһын да байрам менән ҡотлайбыҙ. Йәш һаны бойоғорға сәбәп булмаһын, ә көс-ҡеүәтегеҙ оҙаҡ йылдарға етһен. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, рух күтәренкелеге, яҡындарығыҙҙың һөйөүен һәм ярҙамын тойоп, имен йәшәүегеҙҙе һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ!
Район Советы һәм хакимиәте.
* * *
Хөрмәтле өлкән быуын вәкилдәре!
Оло йәштәгеләр көнө айҡанлы һеҙҙе ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Һеҙҙең аҡыл һәм хәтерегеҙ, бай тормош тәжрибәгеҙ, эште башҡара белеүегеҙ, үткәндәр менән хәҙерге тормошто бәйләп, быуындар бәйләнешен булдыра. Һеҙ халыҡ тормошоноң йылъяҙмаһын булдырҙығыҙ. Бөгөн дә ауыл тормошона тос өлөш индереп йәшәйһегеҙ.
Тыуған илгә булған хөрмәтегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә. Һеҙ – беҙҙең тере тарих, һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, үҙ көсөбөҙгә ышаныс тыуҙыраһығыҙ, сабырлыҡ тәрбиәләйһегеҙ, юғары әхлаҡи тәрбиә бирәһегеҙ.
Беҙ һеҙҙең алда бурыслыбыҙ, беҙ, йәш быуын, һеҙҙең тормош яҡты һәм матур булһын өсөн тырышып эшләйбеҙ.
Байрам менән ҡәҙерлеләребеҙ! Ысын күңелдән һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, көс-ғәйрәт, киләсәккә өмөт-ышаныста йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Ололарға хөрмәт менән ҡарау байрам көнөндә генә түгел, һәр ҡайһыбыҙ өсөн дә көндәлек эш булып ҡалһын.
Хөрмәт менән Кесе Ыҡтамаҡ
ауыл биләмәһе советы хакимиәте башлығы
Степан Гуштюк һәм “Ленинский” йәмғиәте рәйесе, район Советы депутаты Павел Ватолин.
* * *
Мәсетле ата-әсәләре менән балалар шифаханаһы етәкселеге, профкомы балалар шифаханаһы пенсионер- ҙарын Оло йәштәгеләр көнө менән ҡайнар ҡотлай.
Сәстәргә аҡ ҡарҙар ҡунһалар ҙа,
Яҙҙар йәшәй һеҙҙең күңелдә,
Өйрәнһендәр йәштәр һеҙгә ҡарап
Һоҡланырлыҡ тормош көтөргә.
Сәләмәтлек ташламаһын һеҙҙе,
Барыһына терәк булып,
Йәшәгеҙ һеҙ шатлыҡта.
Сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр
Юлдаш булһын ҡартлыҡта!
Хөрмәтле ветерандар!
Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы етәкселеге һәм профсоюз ойошмаһы һеҙҙе Оло йәштәгеләр көнө менән ҡотлай. Һеҙ оло хеҙмәт юлы үтеп, үҙәк район дауаханаһын үҫтереүгә күп көс һалдығыҙ. Беҙгә йүнәлеш биргәнегеҙ, белемегеҙ һәм эш тәжрибәһе менән уртаҡлаш-ҡанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Был көндә беҙ һеҙгә иң мөһиме – һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә именлеге, яҡындарығыҙҙың һәм туғандарығыҙҙың хәстәрлегендә йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Йәш һанына ҡарамай, дәрт-дарманығыҙ һүнмәһен, күңелегеҙ йәш һәм матур ҡалһын, тормошта булған хәл-ваҡиғалар тик яҡшы хәбәрҙәр генә килтерһен. Һеҙгә аяҙ көндәр, донъя именлеге, яҡшы кәйеф теләйбеҙ!
* * *
Мәсетле районы ветстанцияһы хеҙмәт ветерандарын Оло йәштәгеләр көнө менән ҡотлап, һаулыҡ, бәхет, донъя именлеге теләй.
Барыһына терәк булып,
Йәшәгеҙ һеҙ шатлыҡта.
Сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр
Юлдаш булһын ҡартлыҡта!