Мәсетле тормошо
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Изгелек һәм ихтирам көнө

1 октябрҙә Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө билдәләнде. Уның рәсми булмаған исеме – Изгелек һәм ихтирам көнө. Ул оло йәштәге кешеләргә иғтибарҙың, уларҙың хеҙмәттәрен таныуҙың, рәхмәт белдереүҙең һәм өлкән быуынға ихтирам күрһәтеүҙең айырым көнө. Был байрам бөгөн бик мөһим, сөнки ул оло йәштәге кешеләрҙең хәҙерге заман йәмғиәтендәге бихисап проблемаларына иғтибар йәлеп итергә мөмкинлек бирә.

Халыҡ-ара оло йәштәге кешеләр көнөнә ярашлы “Йәш мәсетле” клубының “Бергә” йәштәр ирекмәндәр хәрәкәте район бүлексәһе активы “Беҙҙең йөрәктәрҙең йылыһы” акцияһы уҙғарҙы, уның барышында район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре тарафынан ойошторолған тантаналы сараға килгән оло йәштәге кешеләрҙе тәбрикләп, ҡотлау открыткалары тапшырҙы.

Шулай уҡ Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө алдынан ирекмәндәр адреслы ярҙам күрһәтеү өсөн яңғыҙ йәшәгән ҡарттар – Лидия Власова, Мария Крючкова һәм Владимир Ахуновтың өйҙәренә барҙы.

Өйҙәренә ирекмәндәр килеүгә хужалар ҡыуанды һәм шундай иғтибар булыуына тул-ҡынланды. Улар үҙҙәренең хеҙмәт эшмәкәрлеге, йәш саҡтарындағы тормош үҙенсәлектәре тураһында һөйләп, йәш быуын менән ихлас аралашты.

Акцияның “Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: иртәгә һуң булыуы мөмкин, өлкән быуынға изгелек һәм хөрмәтте бөгөн күрһәтеп өлгөрөгөҙ!” девизы яҡташтарыбыҙ йөрәгендә яуапһыҙ ҡалмағандыр, тип өмөтләнәбеҙ. Оло кеше- ләрҙе һаҡлағыҙ, улар милләт хәтере һәм иртәгәһе көндөң нигеҙе!

Йәштәр үҙәгенең матбуғат үҙәге.