Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һәр көн Һеҙгә бәхет бүләк итһен!

Октябрҙең тәүге көнөндә бөтөн донъяла Оло йәштәгеләр көнө билдәләнә, ошо ваҡиға менән бәйле беҙ район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова менән әңгәмәләштек.

– Әйтегеҙ әле, районда барлығы нисә оло йәштәге кеше йәшәй?

– Бөгөнгә районда 7100 пенсионер йәшәй, шуларҙың 76-һы 90 һәм унан өлкәнерәк йәштәге һәм 100 йәшкә еткән бер ҡарт кеше йәшәй.

– Ә бөгөн уртаса пенсия күләме күпме тәшкил итә?

– Пенсияның уртаса күләме 11686 һум тәшкил итә.

– Өлкән быуын кешеләре өсөн йөкмәткеле ял ойоштороламы?

– Эйе, ул райондың мәҙәни-ял учреждениелары эшенең төп йүнәлештәренең береһе булып тора. Район Мәҙәниәт һарайында “Рябинушка” рус йыры халыҡ һәм “Зөбәржәт” татар халыҡ вокаль ансамблдәре даими эшләй. Шулай уҡ өлкән быуында фольклор һәм биҙәү-ҡулланма ижад коллективтары ҙур популярлыҡ менән файҙалана. 2018 йылда “Ҡомартҡы” (Яңы Мишәр ауылы) ҡабартмалы сигеү һәм “Үрнәк” (Яуыш ауылы) биҙәү-ҡулланма ижад коллективтарына юғары – “Халыҡ” исеме бирелде. Июндә район Мәҙәниәт һарайында “Мөнәжәттәр” конкурсы үтте. Унда ете ауыл биләмәһенән 27 мөнәжәт баш- ҡарыусы ҡатнашты. Дыуан-Мәсетле ауылынан “Зөбәржәт” фольклор коллективы еңеүсе булды. Унан тыш, апрелдә өлкән быуын кешеләренең “Мин яратам һине, тормош!” Республика ижад фестивалендә район мәҙәниәт йортоноң “Зөбәржәт” халыҡ фольклор ансамбле, Дыуан-Мәсетле ауылынан “Байрам” ҡумыҙсылар ансамбле, Йонос ауылынан “Ынйылар” фольклор ансамбле, Яуыш ауылынан “Аҡйондоҙ” фольклор коллективы, Тайыш ауылынан нәфис һүҙ оҫтаһы Зәлифә Ғәлимова ҡатнашты. Шулай уҡ даими рәүештә Оло йәштәге кешеләргә арналған байрам концерттары, 50 йыл һәм унан күберәк бергә йәшәгән ғаилә парҙарын ҙурлап ҡотлауҙар ойошторола. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү йыллыҡтары тантаналы билдәләнә. Һуғышта ҡатнашыусылар һәм ветерандар өсөн иҫтәлекле саралар уҙғарыла. Үҙәк район китапханаһында “Берегиня” һәм “Илһам” клубтары эшләй, уларға өлкән йәштәге ҡатындар йөрөй.

– Өлкән йәштәге ҡатындар ҡатын-ҡыҙҙар советтарында эшләйме?

– Әлбиттә, 37 ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесенең 12-һе – пенсионер.

– Белеүебеҙсә, күмәк кеше ҡатнашлығындағы эре мәҙәни саралар ваҡытында беҙҙең ҡәҙерле пенсионер ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙур ярҙам күр-һәтә. Ҡайһы ауыл биләмәләрендә улар әүҙемерәк?

– Иң әүҙем пенсионерҙар Йонос, Яңы Мишәр, Яңы Яуыш, Дыуан-Мәсетле, Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәләрендә йәшәй. Шулай уҡ Әләгәҙ һәм Яңы Мөслим ауылдарында – был ике ауылда нәҡ ҡатын-ҡыҙҙар советтары рәйестәренең хеҙмәте. Дөйөм алғанда, пенсионерҙар үҙ ауылдарында һәр ерҙә әүҙем, ә район сараларында ҡатнашыу өсөн хөрмәтле етәкселәргә транспорт менән ярҙам итергә кәрәк.

– Рәхмәт. Хөрмәтле апай-ағайҙарға Һеҙ нимәләр теләр инегеҙ?

– Өлкән кешеләр изге йөрәкле һәм уларҙың изгелегенә беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ изгелек менән яуап бирергә тейеш. Быны байрамда ғына түгел, ә көн һайын, сәғәт һайын эшләргә кәрәк. Был көндө хеҙмәттәре, батырлыҡтары, оло сабырлыҡтары һәм яҡшылыҡтары өсөн өлкән быуынға бик ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә. Һеҙгә һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ! Һәр бер көн һеҙгә бары тик бәхет һәм шатлыҡ ҡына бүләк итһен!

Адель ГАФФАРОВА

әңгәмәләште.