“Ҡәҙерле өләсәйем! Һиңә ейәнсәрең Зарина хат яҙа. Һин хәҙер хатты уҡый алмайһың, әммә һин ишетәһең һәм аңлай-һың. Әсәйем һиңә барыһын да уҡыр, һин бары тик иғтибарлап тыңла. Үҙең ҡасандыр уҡыусыларыңа әйткән кеүек. Һинең уҡыусыларың, ағай-апайҙарым һинең уларҙы нисек уҡытҡаның тураһында күп һөйләнеләр. Һинең хаҡта нимәлер тыңлау минең өсөн рәхәт. Һин талапсан, шул уҡ ваҡытта изге күңелле уҡытыусы булғанһың, уҡыусыларыңды бик яратҡанһың. Һине барыһы ла иҫләй һәм һинең хаҡта һораша.
Мин иҫләйем, мин барыһын да иҫләйем, өләсәй. Ауылға ҡайтып, алдыңа ултырып: “Мине һағындыңмы?” – тип һорағандарымды ла, һинең: “Бик ныҡ һағындым, хатта илап та алдым,” – тигәнеңде лә. Һиңә нисек ярҙам иткәнемде, бергәләп магазинға йөрөгәнебеҙҙе. Мин һинән гел генә чупа-чупс алырға һораным, ә һин уны нисектер икенсе төрлө атай торғайның, миңә көлкө ине. Һинең әхирәттәреңә барғаныбыҙҙы, уларҙа сәй эскәнебеҙҙе яҡшы иҫләйем. Миңә һинең менән ҡунаҡҡа йөрөү оҡшай ине. Һин шундай тәмле икмәк һәм пирогтар бешерҙең! Йоҡлар алдынан миңә яңы һауылған һөт менән икмәк бирә торғайның. Ҡайһылай тәмле ине ул!
Бер тапҡыр Жанна апайҙың һине нисек алдағанын һөйләгәйнеләр. Ул үҙен ҡоҙалап килеүҙәре тураһында хәбәр иткән, ә һин, бар эшеңде ташлап, бешеренергә тотонғанһың. Ә уның һинең тәмле пирогтарыңды ашағыһы ғына килгән икән. Хәҙер шуларҙы тәмләп ҡарарға ине ул! Хәҙер ундай тәмле ауыл икмәген тәмләп булмаҫ инде. Һин бит уны үҙеңсә тәмле итеп бешерә инең.
Тағы ла, һин иртә таңдан баҡсала эшләй торғайның. Иртән уянып китһәм, һин эргәлә юҡ. Мин, һинең ундалығыңды белеү өсөн, шунда уҡ баҡсаға йүгерәм. Һинең нисек йырлағаныңды иҫләйем. Миңә һинең тауышың һәм башҡарған боронғо йырҙарың оҡшай ине. Хәҙер йырлағаныңды тыңлар- ға ине, өләсәй!
Әгәр ваҡытты кире ҡайтарып булһа, мин, һис уйлап тормай, шул мәлдәрҙе яңынан кисерер инем. Һәр аҙна һайын өйгә ҡайтыр инем – һинең менән шундай рәхәт. Һин минең иң яҡын кешем. Мин һине бик яратам һәм хөрмәт итәм. Беҙҙең ҙур ғаиләбеҙ исеменән ғәфү үтенәм. Әгәр нимәнелер уйламай эшләһәк, беҙгә асыу тотма. Мин һинең изге күңелле, ихлас һәм көслө икәнлегеңде беләм. Һин бөйөк кеше, өләсәй, һәм минең өсөн һәр ваҡыт үрнәк булып ҡаласаҡһың!”.