Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Өләсәйем – ғаиләбеҙ ғорурлығы

Мин үҙемдең яратҡан өләсәйем Елизавета Степановна Носкова тураһында һөйләп үтергә теләйем. Ул 1940 йылда ҙур булмаған Барашовка ауылында тыуған. Ҙур уңған ғаиләлә иң кесе һигеҙенсе бала булып донъяға килә ул. Апайҙары Лизаны бик ярата, иркәләйҙәр: йә тәмлекәс менән һыйлай-ҙар, йә берәй уйынсыҡ яһап бирәләр. Өләсәйем апаларын айырым йылылыҡ менән иҫкә ала, сөнки уны тәрбиәләү буйынса төп эш нәҡ апалары иңендә була.

Күпте кисерергә тура килә Лиза өләсәйемә был тормошта. Әммә, ошо ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, ул бөгөн дә тынғыһыҙ эшсән ҡатын булып ҡала.

Оло Ыҡтамаҡ мәктәбен тамамлау менән өләсәйем үҙҙәрендәге В. И. Ленин исемендәге колхозда эшләй башлай. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн “Атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булған, шулай уҡ уның исеме “Хеҙмәт даны” кенәгәһенә индерелгән. Өләсәйем был наградаларын – рәхмәт хаттарын, грамоталарын, социалистик ярыштарҙа еңгән өсөн ордендарын әле лә ҡәҙерләп һаҡлай һәм 5 ейән-ейәнсәренә күрһәтә. Эйе, Ватаны ярты ғүмерен малсылыҡҡа арнаған өләсәйем Лизаның хеҙмәтен тейешенсә баһалаған.

Өләсәйем бер ҡасан да еңел юлдар эҙләмәгән. Һәр ваҡыт иң ауыр ерҙә бул-ған. Ул, колхозда эшсе ҡулдар етешмәгәнлектән, йылдар буйы отпуск һәм ял күрмәй хеҙмәт иткән. Өләсәйемдең фиҙаҡәр хеҙмәте йәш колхозсылар өсөн үрнәк булып торған.

Мин бәләкәй сағымда өләсәйемде төрлө һорауҙар менән ҡаңғыртып бөтөрә инем. Бала сағы, тормошо тураһында һөйләүен үтендем. Өләсәйем минең менән ихлас һөйләште, әкиәттәр уҡыны, ҡул эштәренә өйрәтте. Үҫеп еткәс, мин унда ҡунып ҡалырға яраттым. Күпме тәмлекәстәр бешерә белә өләсәйем! Тағы ла ул – минең яҡын дуҫым. Күңел серҙәремде мин бары уға ғына һөйләй алам. Ул минең уңыштарым өсөн ихлас һөйөнә. Уның тормошто яратыуына, дәртле булыуына һоҡланып бөтә алмайым. Тотонған һәр эшен еңел генә килтереп сығара.

Минең өләсәйем – ябай ҡатын. Уның бар торомошо – көндәлек ауыр хеҙмәт. Әммә ауыр эштәр башҡарғанына үкенмәй. Балаларын да олатайым менән ғәҙел һәм уңған итеп тәрбиәләгәндәр. Ул – изге күңелле ярҙамсыбыҙ һәм кәңәшсебеҙ. Бына шундай Елизавета Степановна Носкова кеүек хеҙмәтсәндәрҙән тора ла инде илебеҙҙең тарихы.

Мария НОСКОВА,

Түбәнге Бобин мәктәбенең 10 класс уҡыусыһы.