Оло Ыҡтамаҡ ауылының Иван Крючков, Степан Крючков, Төньяҡ, Теплица, Йырын урамдарында йәшәүселәр араһында күптән инде ныҡлы дуҫлыҡ барлыҡҡа килгән.
– Беҙҙең барыбыҙҙы ла әүҙем атлап йөрөү берләштерҙе, – ти был урамдар-ҙың береһендә йәшәүсе Надежда Корлыханова. – Тәүҙә икәү генә инек: мин һәм Гүзәл Сираева. Урамдар буйлап көн һайын 1-2-шәр сәғәт йөрөнөк. Һуңынан беҙгә башҡалар ҡушыла башланы. Урман юлы буйлап маршрут һалып ҡуй-ҙыҡ. Шул тиклем шәп! Атлаған ыңғайы һөйләшәбеҙ, көлөшәбеҙ, нимәлер һөйләйбеҙ, тәбиғәткә һоҡланабыҙ. Юлдың яртыһында туҡтап, зарядка эшләп алабыҙ һәм артабан китәбеҙ. Хәҙер 12 кеше булып киттек. Барыбыҙ ҙа пенсияла, балаларҙың – үҙ ғаиләләре, ә беҙ аралашыуҙы дауам итәбеҙ, шатлыҡ һәм борсолоуҙарыбыҙ менән уртаҡлашабыҙ – ти ул.
Ниндәй дәртле күршеләр! Ә ҡайһылай әүҙемдәр!
Улар Нэли Серебренникованың тәҡдиме менән бергәләп балалар майҙансығы эшләп ҡуйғандар. Майҙансыҡҡа хәҙер башҡа урамдарҙан да балалар килә.
– Яҙын, ер әҙерәк ҡороу менән, күмәкләп бөтә территорияны таҙартабыҙ. Таҙалыҡты йыл дауамында һаҡлайбыҙ. Тик бына йәштәрҙең тирә-яҡты сүпләүе ҡыҙғаныс. Улар ҡайҙа етте, шунда сүп ташлап китә, ә һуңынан күршеләр уны үҙ иҫәптәренә сығара. Беҙ күмәкләп кис ултырырға йыйылабыҙ. Саф һауала күңелле пикниктар ойошторабыҙ. Яңы йылға костюмдар әҙерләйбеҙ, төрлө тамашалар ойошторабыҙ. 8 март байрамына бер-беребеҙгә үҙ ҡулдарыбыҙ менән яһалған бүләктәр тапшырабыҙ. Ҙур теләк менән китапханаға тематик кисәләргә йөрөйбөҙ. Район Мәҙәниәт һарайында уҙғарылған сараларҙан да ситтә ҡалмайбыҙ. Бер-беребеҙгә хәбәр итәбеҙ һәм күмәкләшеп барабыҙ.
Һәр күршенең үҙенең яратып баш-ҡарған шөғөлө бар. Гөлсөм Закирйәнова туҡыма киҫәктәренән юрғандар тегә, Зинаида Крючкова оҫта итеп картиналар төшөрә, Любовь Могильникова, Нэля Серебренникова, Татьяна Худякова – сигеү оҫталары. Ә Людмила Ковина, пенсияла булыуына ҡарамаҫтан, ярат-ҡан эшен ҡалдырмай – сәс киҫә. Сирләп китһәк, Татьяна Худякова менән Надежда Поповаға йүгерәбеҙ. Улар ҡан баҫымын да үлсәй, уколын да яһай. Мәүлизә Ханова – шәп умартасы. Галина Жукова һәм Нэля Балдина – компьютер фанаттары, ә Гүзәл Сираева күлдәктәр, башҡа әйберҙәр бәйләй. Һәр береһе баҡсаларында мул уңыш үҫтереп ала.
Быйыл сентябрҙә беҙ “Урамдар байрамы”нда ҡатнаштыҡ. Уға әҙерлеккә битараф булмаған барлыҡ күршеләр ҡушылды. Кем нимә килтерә алды, барыһын да килтерҙе: төрлө ризыҡтар, ҡул эштәре, сәскә һәм йәшелсәләрҙән композициялар... Дөйөм тырышлыҡ менән матур итеп өҫтәл әҙерләнек. Көйәрмән-күршеләрҙең дәртле хуплауҙары ярҙамында беҙҙең команда I урын алды.
Мин күршеләрҙән уңдым. Улар менән күңелле һәм рәхәт, – ти Надежда Корлыханова.
– Барыһына ла оптимизм, үҙ-ара аңлашыу, әүҙемлек һәм сәләмәтлек теләйбеҙ. Пенсия ул – тормош һуҡмағындағы яңы баҫҡыс. Барыһы ла үҙ ҡулыбыҙҙа! Йәшәгең килә икән – хәрәкәт ит, аралаш. Эргәңдә күпме кеше бар – ҡара. Һин яңғыҙ түгел!