Өлкәндәргә ҡарата ихтирам, улар тураһында көндәлек хәстәрлек – әхлаҡи яҡтан сәләмәт йәмғиәттең төп айырмалығы. Беҙҙең һәр беребеҙҙең бурысы – оло йәштәге кешеләр үҙҙәрен яңғыҙ тоймаһын, һәр ваҡыт беҙҙең иғтибар һәм йылы мөнәсәбәтебеҙгә туйынып йәшәһен өсөн барыһын да эшләү. Ошо байрам көнөндә баһалап бөткөһөҙ хеҙмәтегеҙ, рух көсөгөҙ, тыуған Мәсетле районыбыҙ өсөн эшләгән барлыҡ изге эштәрегеҙ өсөн рәхмәт һәм сикһеҙ ихтирам һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ!
Ысын күңелдән һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, күңел йылыһы, рух күтәренкелеге, яҡындарығыҙ һөйөүен һәм ярҙамын, именлек һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ!
Район Советы һәм хакимиәте.