Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Беҙ бәхетле янда Һеҙ булғас

Халыҡ-ара оло йәштәге кешеләр көнө алдынан беҙ мәктәп уҡыусыларынан хөрмәтле олаталары һәм өләсәләре тураһында һөйләүҙәрен һораныҡ

Камила ФАЗЫЛОВА, Дыуан-Мәсетле мәктәбенең 7 класс уҡыусыһы: “Минең өләсәйем Сажиҙә Ғайнан ҡыҙы Фазыловаға 92 йәш. Ул Йыланыш ауылында йәшәй. Мин өләсәйемде бик яратам. Уның ҡытыршыланып бөткән ҡулдары сәсемдән һыйпаһа, йылы ҡосағына һыйынһам, нисектер еңел булып китә. Ул күпте күргән. Атаһы һуғыш бөтөргә бер көн ҡалғас ҡына, 1945 йылдың 8 майында, үлеп ҡалған. Бөтә ауырлыҡтар, бәләкәй энеләрен ҡарау уның елкәһенә төшә, әммә ул бер ауырлыҡҡа ла бирешмәй. Тырышып эшләй, олатайымды осратып кейәүгә сыға. Хәҙер кесе улында бәхетле ғүмер кисерә. Үҙенең өгөт-нәсихәттәре, изге доғалары менән һәр беребеҙгә үҙ фатихаһын бирә. Ауылыбыҙҙың хөрмәтле иң оло ағинәйҙәренең береһе ул – минең һөйөклө өләсәйем”.
Лиана Әсбапова, Әжекәй мәктәбенең 9 класс уҡыусыһы: “Минең өләсәйем Динә Мөжип ҡыҙы Әсбапова 1933 йылдың 5 декабрендә Шәриповтар ғаиләһендә икенсе ҡыҙ булып донъяға килә. Уның бала сағы ауыр йылдарҙа үтә. Улар татыу ғаиләлә өс ҡыҙ үҫәләр. Атаһы менән әсәһе бик тырыш булғандар. Әләгәҙ ауылында йәшәгәндәр, иң беренсе булып колхозға ингәндәр. Атаһы агроном булып, әсәһе хаҡлы ялға сыҡҡансы колхозда эшләгәндәр. Атаһы бал ҡорто ҡараған, кейеҙ баҫҡан. Әсәһе йәшелсәләр үҫтергән.

Динә өләсәйем үҙе лә бик уңған, тырыш булған. Мәктәптә уҡыған саҡтарында уҡ концерттарҙа ҡатнашҡан. Етенсе класты тамамлағас, колхозда хисапсы булып эшкә башлаған.

1951 йылда Бәсим олатайыма кейәүгә сыҡҡан. Шунан башлап хәҙерге көнгә ҡәҙәр Әжекәй ауылында йәшәй. Улар 6 бала тәрбиәләп үҫтергән. Хәҙерге ваҡытта 17 ейәндәре һәм 24 ейәнсәр-ҙәре бар.

Динә өләсәйемә беҙҙе ҡыуандырып йәшәгәненә ҙур рәхмәтемде белдерәм”.
Ынйы Дәүләтшина, Ләмәҙтамаҡ мәктәбенең 6 класс уҡыусыһы: “Мин бик бәхетле кеше, сөнки өләсәйем, олатайым бар. Өләсәйем – Вәлиә Сәбирйән ҡыҙы Дәүләтшина. Ул 1953 йылда Айып ауылында күп балалы ғаиләлә донъяға килгән. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң һатыусы, ашнаҡсы булып эшләгән. Олатайым менән татыу ғаилә ҡороп, биш балаға ғүмер биргәндәр. Бөгөн улар ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләйҙәр, белем бирәләр, һәр яҡлап ярҙам итәләр.

Өләсәйем – оҫта ҡуллы, изге күңелле кеше. Ул беҙгә тәмле аштар, бәлештәр бешереп ашата, йылы ойоҡ, бейәләйҙәр бәйләп ҡыуандыра. Йылмайып мәктәпкә оҙата, ҡаршы ала. Беҙ өләсәйем менән баҡсала емеш-еләк, сәскәләр үҫтерергә яратабыҙ, ҡышҡылыҡҡа күп итеп ҡайнатмалар эшләйбеҙ.

Олатайым Рәсим Хорамша улы – ауылыбыҙҙың хөрмәтле аҡһаҡалы.

– Тырыш, тәртипле, иманлы булып үҫегеҙ, башҡортса һөйләшегеҙ, телегеҙҙең ҡотон, бәҫен юғалтмағыҙ, – тип беҙгә аҡыллы кәңәштәрен бирәләр улар.

Өләсәйем һәм олатайым менән ғорурланам, уларға оҙон ғүмер, оло шатлыҡтар, бәхет теләйем”.
Зарина Хафизова, Яңы Яуыш мәктәбенең 5 класс уҡыусыһы: “Минең өләсәйем Гөлйыһан Хафизоваға 62 йәш. Ул Яуыш ауылында йәшәй. Өләсәйем ҡоймаҡ, төрлө бәлештәр, аштар бешерә. Уның бөтә аштары ла тәмле. Өйөнә керһәң, хуш еҫле тәмле еҫтәр сыға. Ул беҙгә уҡырға, төрлө эштәрҙә ярҙам итә. Мин уға иҙән, һауыт-һаба йыуырға ярҙамлашам, өй йыйыштырғанда, баш-ҡа эштәрендә булышам. Беҙ өләсәйемде бик ныҡ яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ. Иң яратҡан өләсәйебеҙ ул беҙҙең”.