Йыл һайын ошо байрам көндәрендә беҙ бергәләп мәктәптә осрашабыҙ, хәтирәләр менән уртаҡлашабыҙ, лицей-ҙың проблемаларын һәм киләсәккә бурыстарын уртаға һалып һөйләшәбеҙ. Беҙҙең осрашыу сәй табыны янында, яратҡан йырҙарҙы башҡарып, мәктәп тормошондағы ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы иҫкә алыуҙар менән тамамлана.
Ошо байрам уңайынан бигерәк тә юбиляр ветерандарыбыҙҙы ҡотлап үтергә ине.
Беҙҙең ауылда был һоҡланғыс ҡатын, әсәй-өләсәй, коллега һәм әхирәт – 1-се лицейҙың элекке музей директоры Нина Карпованы белмәгән һәм хөрмәт итмәгән кеше юҡтыр. Музей булдырғанда ул даими эшләһен өсөн күпме көс түккән һәм хеҙмәт һалған ул: һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары менән осрашыуҙар, асыҡ дәрестәр, семинарҙар, эҙләнеү эштәре, экскурсиялар – быларҙың барыһын да һанап бөтөрөрлөк түгел.
Нина Александровнаның тынғыһыҙ хеҙмәте һөҙөмтәһендә лицей музейы районда ғына түгел, республикала ла иң яҡшыларҙан һанала. 85-се юбилейлы йылығыҙҙа алдығыҙҙа хөрмәт менән баш эйәбеҙ, ҡәҙерле Нина Александровна!
Ошо көндәрҙә 80 йәшлек юбилейын ҡаршылаған Валентина Серебренникова мәктәп тормошона күпме хеҙмәт бағышланы?! Валентина Андреевна һәр ваҡыт тыныс, мөләйем, уңған. Ул – яратҡан әсәй һәм өләсәй, туған һәм коллега.
Бәхет, һаулыҡ, уңыштар, шатлыҡлы көндәр Һеҙгә, ҡәҙерле ветерандар.
Изге байрамығыҙ менән ҡотлап,
Беҙ теләйбеҙ һаулыҡ-именлек,
Айырмаһын Хоҙай аҡ бәхеттән,
Тик йәнәшә барһын түҙемлек!
1-се Оло Ыҡтамаҡ лицейының ветерандар советы рәйесе.