Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Уҡырға бер ҡасан да һуң түгел

Хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, парта артына ултырған оло йәштәге “студенттар” шулай ти. Юлиә ҒАТАУЛЛИНА. “Өсөнсө быуын халыҡ университеты” республика маҡсатлы программаһы буйынса Оло Ыҡтамаҡ ауылының Башҡорт гимназияһында 11 кеше компьютер серҙәренә төшөнә. Дәрестәрҙе информатика уҡытыусыһы Раушания Хәбибуллина алып бара. – Беҙҙең программа компьютер грамоталылығы нигеҙҙәрен һәм дәүләт хеҙмәттәренең электрон төрҙәре менән эшләргә өйрәтеүгә йүнәлтелгән, – ти ул. Бер дәрес ике сәғәт дауам итә. Өҫтәмә һорауҙарға тағы ваҡыт бүленә. Һәр көн тыңлаусылар алған мәғлүмәттәрҙе ни тиклем үҙләштереүен тикшереү өсөн практик эштәр баш-ҡара. Дәрестәрҙе 25 октябргә тиклем тамамларға, шулай уҡ курстар- ҙы тантаналы ябыу сараһын ойошторорға планлаштыралар. – Оло йәштәге кешеләрҙең буш ваҡыты күп һәм, тәжрибә күрһәтеүенсә, улар яңы белем алыу менән ҡыҙыҡһына, компьютерҙы, интернетҡа сығыу юлдарын ҙур теләк менән өйрәнә, – тип билдәләне Раушания Рауфан ҡыҙы.