Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
1 октябрь – Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө
28 Сентябрь 2017, 02:00
Оло йәштәгеләр көнө
Рәсәйҙә Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө бына инде 27 йыл билдәләнә. Ололарға тағы ла бер тапҡыр изге һүҙҙәр әйтеү, күңел йылыһын бүләк итеү, хәстәрлек күрһәтеү артыҡ булмаҫ тигәнде иҫкәртеүсе яҡшы байрам ул. Ошо оло байрам алдынан беҙ тормош тәжрибәһе туплаған һәм сәстәренә сал төшкән кешеләр араһында ҙур булмаған һорау алыу үткәрҙек. Уларҙың барыһына ла киң күңеллелек һәм иғтибарлы ҡараш хас булыуын һиҙҙек. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә аралашып та кешенең сифаттарын белеп була икән. Уларҙың күбеһе: “яҡшы йәшәнек”, – ти һәм СССР ваҡытын һағыныуын белдерҙе. Флүрә Вәсил ҡыҙы Латыпова, 70 йәш. Күп йылдар дауамында паспорт өҫтәлендә эшләй, отставкалағы майор. Бер үҙе өс ул тәрбиәләй. Хәҙер инде ейән-ейәнсәрҙәре лә үҫкән. Бөгөн Яңы Мөслим ауылында йәшәй. “Минең шәхси өйөм, ҙур хужалығым бар, күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп ултырырға ваҡыт юҡ. Һаулыҡ бар икән, ҡыуанып йәшәргә генә кәрәк. Ололар көнөн билдәләү яҡшы традиция тип уйлайым”. Флүрә Вәсил ҡыҙы бер тапҡыр ҙа тормош ауырлығына зарланманы. Ул һәр көнгә ҡыуанып йәшәргә белә. Әхмәтнур Әбүбәкир улы Хафизов, 65 йәш. Бөгөн дә эшләй – етмеш умарта тота. Был уның яратҡан эше лә, шөғөлө лә. Мәскәүҙә һәм Өфөлә үткән Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә умартасылар конкурсында ҡатнаша. Хаҡлы ялға тиклем Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто уҡытыусыһы булып эшләй. “Был көндө беҙҙе йыл һайын ҡунаҡҡа саҡыралар. Беҙ унда ветерандар, уҡытыусылар, уҡыу-сылар менән осрашабыҙ, аралашабыҙ, сәй эсәбеҙ, ваҡытты күңелле итеп үткәрәбеҙ”, – ти Әхмәтнур Әбүбәкир улы. Ә быйыл ул был байрамды Ҡырым шифаханаһында ҡаршылай. Иван Августович Крючков, 81 йәш. 60 йыл колхозда водитель, тракторист булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарын ауырһынып иҫкә ала. Уның атаһы фронтта һәләк була, ә әсәһе ҡаты сирләгәндән һуң үлеп ҡала. Хәҙер Иван Авгус-тович ейәнсәре эргәһендә йәшәй. Ул хужалыҡ буйынса ярҙам итә. “Дөйөм алғанда, мин ҡәнәғәт, пенсия лайыҡлы, миңә етә, – ти ул. – Кешеләр элек ярҙамсылыраҡ, асығыраҡ ине. Хәҙер аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡ – артығы менән. Ләкин, иң мөһиме, тыныс тормошта йәшәйбеҙ”. Лилиә Гәрәй ҡыҙы Ғарипова, 69 йәш. Бөтә ғүмерен мәғариф системаһына арнай. Хаҡлы ялға тиклем Яңы Мишәр мәктәбендә тәрбиә эштәре буйынса завуч булып эшләй: “Беҙҙең өсөн Ололар көнө – ғәҙәти ҙур байрам. Етмәһә, мин ветерандар советы рәйесе булып торам. Йыл һайын ауыл клубында байрам, концерт ойошторабыҙ, юбиляр- ҙарҙы тәбрикләйбеҙ. Аҙаҡтан мәктәпкә сәй табынына йыйылабыҙ. Бағыусылыҡ ярҙамын беҙгә “Йондоҙ” ЯСЙ-һы һәм урындағы эшҡыуарҙар күрһәтә. Бының өсөн беҙ уларға рәхмәтлебеҙ”. Ул үткән йылдарҙы йылылыҡ менән иҫкә ала. “Элек барыһы ла башҡараҡ ине. Телефондар, интернет булманы, беҙ берҙәм булдыҡ, сөнки күҙгә-күҙ ҡарашып аралаштыҡ. Бөгөн дә яҡшы йәшәйбеҙ, тип иҫәпләйем, пенсия етә, ғөмүмән, зарланырлыҡ түгел”, – ти Лилиә Гәрәй ҡыҙы. Фәниә Мостафа ҡыҙы Ҡасимова, 76 йәш. 1960 йылда кейәүгә сыға һәм шунан башлап Һабанаҡ ауылында йәшәй. “Хеҙмәт ветераны” исеменә лайыҡ. Ҡайҙа ғына эшләмәй ул: халыҡтан һөт йыя, оҙаҡ йылдар ҡошсолоҡ фермаһында эшләй, хаҡлы ялға мәктәптән сыға. Тормош иптәше менән алты балаға ғүмер бирәләр. Бөгөн уның ун туғыҙ ейән-ейәнсәре, ун алты бүлә-бүләсәре бар. Фәниә Мостафа ҡыҙы: “Һабанаҡ ауылында Ололар көнөн урындағы мәктәптә ҙурлап һәм бик күңелле итеп үткәрәләр, беҙ уны аҙаҡтан оҙаҡ хәтерләйбеҙ”, – тип һөйләне. Беҙ, беренсе ҡарашҡа, шундай төрлө кешеләр менән аралаштыҡ, ләкин уларҙы күп нәмә берләштерә. Улар хеҙмәт иткән, илебеҙ иҡтисадын күтәргән, балалар үҫтергән, хәҙер ейән-ейәнсәрҙәр тәрбиәләшә. Өлкән йәштәгеләр – ваҡыттарҙы бәйләүсе быуын ул!
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Азык-төлеккә талон системасы кертелергә мөмкин