Мәсетле тормошо
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Хеҙмәткә һөйөү – ғүмерлеккә

Районда эшһөйәрлектәре менән айырылып торған, мал, ҡош-ҡорт үрсеткән, баҡса үҫтергән оло йәштәге кешеләр күп. Һис шикһеҙ, бындай кешеләр етеш тормошта йәшәй, ә яратҡан шөғөлдәре уларға шатлыҡ килтерә. Юлиә КРЮЧКОВА. Сания Йонос ҡыҙы Исмәғилева 1937 йылдың 19 мартында Мәсетле районының Ясин ауылында тыуған. Яҙмышын Ғүмәр егете менән бәйләгәндән һуң, тормош иптәшенең тыу-ған ауылына күсеп килә һәм ғүмерлеккә шунда төпләнә. Сания Йонос ҡыҙы хеҙмәт юлын “Комсомолец” колхозында башлай. Ҡышын фермала быҙауҙар ҡарай, һыйыр һауа. Уның бригадаһы арҡа-һында Ғүмәр һөтсөлөк фермаһы бер нисә тапҡыр район социалистик ярыштарында еңеүсе була. Йәйен баҫыу эштәрендә йөрөй: бесән саба, йыя, баҫыу утай. Пенсия йәшенә етер алдынан колхоз ашханаһына ашнаҡсы булып күсә. Хәҙер Сания Йонос ҡыҙына 80 йәш. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул лайыҡлы йәшәргә тырыша: әүҙем, бөхтәлекте ярата, ауылда хөрмәтле ҡатын. Уның йортонда ла, өйөндә лә, баҡсаһында ла тулы тәртип. Һыйыр, һарыҡтар һәм ҡош-ҡорт тота, пенсияһына өйөн көпләтә, ҡыйығын яңырта. Йылы йәй көндәрендә баҡсаһында эшләй, ә ул, үҙ сиратында, һәр йыл мул уңыш бирә: татлы сейәһен, ҡарағатын, крыжовнигын һәм ҡурай еләген биҙрәләп йыя. Ул өс ейәнгә һәм биш бүләгә хәстәрлекле өләсәй, ҡыҙы өсөн терәк һәм таяныс. Улар бер-береһенә ярҙам итеп, ауылдаштары өсөн үрнәк булып йәшәй. Бындай һоҡланыуға лайыҡ кешеләр районда бик күп. Өлкән быуын йәштәргә эшһөйәрлек, әҙәплелек, дуҫлыҡ өлгөһөн күрһәтә.Барлыҡ пенсионерҙарҙы ла Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө менән ҡотлайбыҙ һәм уларға һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ.