

Уңайлы мөхит
Заманса матур парктар һәм киңлектәр Өфөлә генә түгел, башҡа ҡала һәм райондарҙа ла асыла. “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проекты ярҙамында ҡалаларҙа һәм райондарҙа иҫ киткес йәмәғәт киңлектәре барлыҡҡа килде. Ете йыл эсендә ошондай меңдән ашыу биләмә төҙөкләндерелгән.
Быйыл Мәсетле районында проект буйынса Оло Ыҡтамаҡ ауылының Еңеү паркын төҙөкләндереү бара.
Башҡорт ихаталары
“Башҡорт ихаталары” Радий Хәбировтың да, республика халҡының да яратҡан программаларының береһе. Беҙҙең төбәк йорт яны биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса проектты тормошҡа ашырыусы беренсе һәм берҙән-бер төбәк. 2019 йылдан алып 1,5 меңгә яҡын ихата үҙгәртеп ҡоролған.
Мәсетле районында программа 2019 йылдың йәй башында ғәмәлгә ашырыла башланы. Шулай итеп, Оло Ыҡтамаҡ ауылының Тракт, Ленин урамдарындағы күп фатирлы йорттарҙың ихата территорияһы төҙөкләндерелде.
Программаның үҙенсәлеге шунда: барыһы ла халыҡтың үҙенән тора. Улар ремонт кәрәкме, үҙ өлөшөн индерергә әҙерме (эш хаҡының 1 проценты) икәнлеген, шулай уҡ йорт яны биләмәһендә нимә яңыртырға кәрәклеген хәл итә.
Айыҡлыҡ тренды
Радий Хәбиров айыҡлыҡҡа йүнәлтелгән сәйәсәт алып бара. Атап әйткәндә, республикала Һабантуй, Һуңғы ҡыңғырау һәм сығарылыш кисәләре көндәрендә, Йәштәр көнөндә алкоголь һатыуҙы тыйҙылар, Яңы йыл каникулдарында спиртлы эсемлектәр һатыу ваҡытын сикләнеләр. Суррогат һәм контрафакт алкоголгә ҡаршы ҙур көрәш алып барыла.
“Айыҡ ауыл” республика конкурсын тергеҙеүҙе айырым билдәләргә кәрәк. Хәҙер конкурстың приз фонды – 48,4 миллион һум. Еңеүселәр – 1,5 миллиондан 6 миллионға тиклем, ә финалсылар 200 мең һумға тиклем ала, был аҡса ауылдарҙы төҙөкләндереүгә йәиһә үҫтереүгә тотонола.
Иҫке Мишәр ауылы былтыр конкурстың финалына сыҡты. Сертификатҡа улар ял зонаһын булдырҙы.
Һөт кухнялары
2019 йылда Радий Хәбиров инициативаһы буйынса республикала “Һөт кухнялары” селтәрен булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Элек бындай кухня Өфөлә генә эшләгән, әммә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тәжрибә бөтә республикаға таралды. “Һөт кухняһы” дәүләт автономиялы учреждениеһы булдырылды, ул бөгөн ете заманса етештереү майҙансығын, шул иҫәптән Үрге Ҡыйғы ауылындағы предприятиены үҙ эсенә ала. Һөт ризыҡтары биреү пункттары селтәрендә 132 нөктә иҫәпләнә. Мәсетле районында бындай пункт 2020 йылда асылды.
Хәҙер бөтә республика буйынса льготалы категория граждандарына диетик продукция бушлай таратыла. Һөттән етештерелгән ризыҡтар йөклө ҡатындарға, имеҙгән әсәйҙәргә, социаль ярҙамға мохтаж ғаиләләрҙән балаларға, күп балалы ғаиләләргә, шулай уҡ МХО ветерандары ғаиләләренә бирелә.
Радий Хәбиров,
Башҡортостан Республикаһы Башлығы.
“Башҡортостан халҡының 40 проценты тиерлек ауыл ерендә йәшәй, һәм, әлбиттә, беҙ ауыл халҡына әүҙем ярҙам итәбеҙ. Атап әйткәндә, республикала “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһы эшләй. Уның буйынса торлаҡ шарттарын яҡшыртабыҙ, ауылдарҙы төҙөкләндерәбеҙ, социаль һәм инженер инфраструктура, юлдар төҙөйбөҙ – ҡыҫҡаһы, ауылда йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырырға тырышабыҙ”.