

“Йомшағыраҡ итеп әйткәндә, бәғзе медицина хеҙмәткәрҙәренең эшендә йәнһеҙлек тойола. Ҡайһы берҙә иһә улар асыҡтан-асыҡ тупаҫлығын күрһәтә. Айырыуса кеше ваҡытында ярҙам ала алмағанда. Беҙ медицина инфраструктураһына ҙур иғтибар бүләбеҙ һәм һаулыҡ һаҡлау берләшмәһе яғынан һөҙөмтәгә иҫәп тотабыҙ. Беләһегеҙ: мин табиптарыбыҙға, шәфҡәт туташтарына ҡарата яҡшы һүҙҙәремде йәлләмәйем, гел әйтеп киләм. Әммә уларҙың ҡайһы берҙәренә бәйле кире факттар, һөйләшкәнсә, тамырынан алып ташланырға тейеш”, – тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковскаяға был проблемаға айырым иғтибар бүлергә ҡушты. Бынан ары ул һәр дүшәмбе кәңәшмә барышында Айрат Рәхмәтуллиндың докладынан һуң табиптарҙың һәм кесе медицина персоналының эш сифаты тураһында хәбәр итәсәк.
“Әйҙәгеҙ, туранан-тура министрға һорау бирәйек, ә ул муниципалитет башлығына мөрәжәғәт итәсәк. Был мәсьәлә – министрҙың, муниципалитет етәксеһенең һәм урындағы баш табиптың яуаплылығында”, – тине Радий Хәбиров.