Рәсми
22 Июля , 10:00

Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһында – яңы баш табип

15 июлдән Салауат районында тыуып үҫкән Илдар Урал улы Хужин Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының баш табибы вазифаһын башҡара башланы.

Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район  дауаханаһында – яңы баш табипОло Ыҡтамаҡ үҙәк район  дауаханаһында – яңы баш табип
Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһында – яңы баш табип

2009 йылда ул “Дауалау эше” белгеслеге буйынса Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған.
“Неврология”, “Психиатрия-наркология” сертификаттары бар.
Ошо яуаплы вазифаға тәғәйенләнгәнсе Илдар Урал улы Нефтекама ҡала дауаханаһында медицина реабилитацияһы бүлеге мөдире, шулай уҡ табип комиссияһы рәйесе вазифаларын башҡарған.
Яңы етәксенең бай һөнәри тәжрибәһе дауаханабыҙҙың артабанғы үҫеше өсөн ныҡлы нигеҙ булып торасаҡ.

Автор: