Бөтә яңылыҡтар
Рәсми
12 Март , 15:52

Башҡортостан Башлығының яңы указдары

Радий Хәбиров 2026 йылдың февралендә мөһим документтарға ҡул ҡуйҙы. Улар яугирҙарға ярҙам итеүгә һәм уларҙың батырлыҡтарын мәңгеләштереүгә, шулай уҡ комиссия булдырыуға, мәктәптәрҙә хәүефһеҙлекте көсәйтеүгә ҡағыла. Бына уларҙың ҡайһы берҙәре.

Башҡортостан Башлығының яңы указдары
Башҡортостан Башлығының яңы указдары

Иҫтәлекте мәңгеләштереү
Республика етәксеһе Башҡортостан Башлығы ҡарамағында махсус хәрби операция ваҡытында Башҡортостан халҡының героик хәрби һәм хеҙмәт батырлыҡтары тураһында иҫтәлекте мәңгеләштереү мәсьәләләре буйынса комиссия төҙөү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документта билдәләнеүенсә, комиссия республиканан МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ҡаһарманлығы, махсус хәрби операция үткәреүгә бәйле ирекмәнлек, гуманитар һәм башҡа ярҙам күрһәткән граждандар, ойошмалар тураһында хәтерҙе һаҡлау өсөн ойошторола.
Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Искәндәр Әхмәтвәлиев идара иткән комиссия составына дәүләт структуралары, архив хеҙмәте, киң мәғлүмәт саралары, йәмәғәтселек вәкилдәре лә инде. Улар МХО осоронда республика халҡының батырлыҡтары тураһында иҫтәлекте мәңгеләштереү буйынса сараларҙы бергәләп әҙерләйәсәк.
– Был эште мотлаҡ башҡарырға кәрәк, сөнки ваҡыт уҙыу менән күп нәмә онотолоуы ихтимал. Ә беҙгә был хаҡта оноторға ярамай, – тип үҙ ҡарарына аңлатма бирҙе Радий Хәбиров.
Республика Башлығы Указы ҡул ҡуйылған көндән үҙ көсөнә инде.

Түләүҙәрҙе оҙайтыу
3 һәм 27 февралдә МХО-ға барыу өсөн контракт төҙөүселәргә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе оҙайтыу тураһында указдар сыҡты. Радий Хәбиров хәрби хеҙмәт үтеүселәрҙең айырым категорияларына өҫтәмә социаль ярҙам тураһында үҙгәрештәрҙе раҫланы. Уларға ярашлы, хәрбиҙәргә бер тапҡыр бирелә торған түләү тәүҙә 2026 йылдың 28 февраленә, һуңынан 31 мартына тиклем оҙайтылды.
Быйыл ғинуарҙан контракт буйынса хеҙмәт иткән хәрбиҙәр өсөн бер тапҡыр бирелә торған төбәк түләүенең күләме бер миллион һум тәшкил итә. Аҡса контракт төҙөгән Рәсәй хәрби көстәренә хәрби хеҙмәткә саҡырылған граждандарға, шулай уҡ саҡырыу буйынса хеҙмәт урынына контракт төҙөгән егеттәргә бирелергә тейеш.

Мәктәптәрҙә хәүефһеҙлекте көсәйтеү
Февралдә белем биреү учреждениеларында хәүефһеҙлекте көсәйтеү буйынса өҫтәмә саралар күрелде. Был турала Указға 12 февралдә ҡул ҡуйылды. Документҡа ярашлы, республика Хөкүмәте Йәмәғәт именлеге ведомство-ара советы менән берлектә белем биреү ойошмаларында террорҙан яҡланғанлыҡты һәм хәүефһеҙлекте көсәйтеү буйынса саралар әҙерләргә тейеш. Ғәҙәттән тыш хәл, теракт йәиһә шикле предмет табылғанда эш итеү буйынса инструктаж үткәреү, сигнализация, хәбәр итеү һәм элемтә сараларының торошон тикшереү мотлаҡ.
Бынан тыш, Министрҙар кабинеты мәктәптәрҙе һаҡлауҙы өҫтәмә финанслау, шулай уҡ белем биреү учреждениеларында уҡыусыларҙың үҙҙәрен хәүефле тотоуын иҫкәртеү өсөн яуаплы етәксе урынбаҫары беркетеү һәм уларға өҫтәмә түләү билдәләү буйынса тәҡдимдәр индерергә тейеш. Указдың үтәлешен Башҡортостан Башлығының Контроль идаралығы күҙәтеп барасаҡ.
– Беҙ һеҙҙең менән иң төп байлығыбыҙ булған балаларыбыҙҙы яҡларға тейешбеҙ. Уларҙың һаулығы, ғүмере, киләсәге беҙҙең хәүефте алдан күрә белеүгә бәйле, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Автор: