Рәсәй Гидрометеорология үҙәгенең яҡынса баһаһы буйынса, илдең күпселек райондарында яуым-төшөм норманан артҡан. Шул уҡ ваҡытта февраль аҙағында һәм мартта илдең Европа өлөшөндә һауа температураһының ҡапыл артыуы, бының үҙ сиратында һыу кимәленең күтәрелеүенә килтереүе ихтимал.
Федераль һыу ресурстары агентлығы етәксеһе Дмитрий Кириллов һыу һаҡлағыстарҙы ташҡынды хәүефһеҙ үткәреүгә әҙерләү һәм иҫкәртеү сараларын үтәү тураһында һөйләне. Был эштә биләмәләрҙең климат һәм географик үҙенсәлектәре иҫәпкә алына.
Дмитрий Патрушев “Ростехнадзор”ға төбәктәр һәм федераль ведомстволар менән берлектә гидротехник ҡоролмаларҙың торошона күҙәтеү эшен дауам итергә ҡушты. Шул уҡ ваҡытта хужаһыҙ объекттарға айырым иғтибар биреләсәк.
Әйтергә кәрәк, 2025 йылда Башҡортостанда ташҡын уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән алдараҡ башланды һәм 17–20 мартта булды (иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Оло Ыҡтамаҡ ауылы эргәһендә Әй йылғаһында былтыр һыу кимәле 23 мартта күтәрелә башланы). 28 муниципаль берәмектә бөтәһе 63 һыу баҫыу осрағы теркәлгән, уларҙа 122 торлаҡ йорт һәм 341 йорт яны биләмәһе, шулай уҡ 38 юл участкаһы зыян күргән.
2026 йылда республикала Беүә йылғаһы бассейнындағы ҡар ҡатламында һыу запасы норманан 44 процентҡа күберәк, ә Ағиҙел йылғаһы бассейнында – норманан аҙыраҡ. Рәсәй гидрометеорология үҙәге белгестәре көтөлгән максималь ташҡын кимәлен нормаға ярашлы баһалай. Республика биләмәһендә 26 муниципалитетта 65 һыу баҫыу хәүефе янаған участка бар. 3,4 меңдән ашыу берәмек махсус техника, 187 берәмек йөҙөү сараһы, ҡотҡарыу вертолёты һәм пилотһыҙ авиация эш итергә әҙер.
Янғын хәүефе юғары булған миҙгелгә әҙерлек тураһында һөйләгәндә, Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары уҙған йылда ут ялмаған майҙандың ике тапҡырға тиерлек кәмеүен билдәләне. Урман янғындарын иҫкәртеүгә һәм уларға ҡаршы көрәшкә ил Хөкүмәте 2025 йылда 20 миллиард һум самаһы аҡса йүнәлткән. Быйыл финанслау 7 миллиард һумға арттырылды.
“Рәсәй Президенты указына ярашлы, 2030 йылға урман янғындары майҙанын ике тап-ҡырға кәметеү бурысы ҡу- йылған”, – тип иҫкә төшөрҙө Дмитрий Патрушев. Бынан тыш, быйыл янғындарҙың 85 процентҡа яҡыны асыҡланған тәүге тәүлектә үк һүндерелергә тейеш.
Тәбиғәт янғындарын ваҡытында һүндереү өсөн Башҡортостанда ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү берҙәм дәүләт системаһының Башҡортостан территориаль бүлексәһенән 7,5 мең кешенән торған төркөм, 1 меңдән ашыу техника берәмеге әҙерләнде. Төбәктә урман янғындарын һүндереү буйынса йыйылма план әҙерләгәндәр һәм янғын һүндереүҙе тәьмин итеү өсөн өҫтәмә ауыр төҙөлөш техникаһы, янғын һүндереү ҡоралы, ирекмәндәр менән оператив штаб булдырғандар. Бынан тыш, 2026 йылдың 16 мартына тиклем төбәктә зональ уҡыуҙар үтә.
– Беҙҙә тәүге прогноздар бар, ташҡындың апрелдең тәүге декадаһында түгел, ә ғәҙәттәге ваҡыттан алдараҡ – март аҙағында башланыуы ихтимал. Былтыр, ташҡын көслө булыу сәбәпле, Инйәр йылғаһында тығын барлыҡҡа килде, һөҙөмтәлә Архангел районындағы шәхси йорттарҙы һыу баҫты. Бындай хәлдәргә юл ҡуймау мөһим. Янғын хәүефе осорона ла алдан әҙерләнергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Быларҙың барыһы ла мониторинг, боҙҙо шартлатыуға әҙерлек, боҙҙо ҡарайтыу һәм бысыу, янғынға ҡаршы һыҙаттар урынлаштырыу эштәрен күҙ уңында тота – ярайһы уҡ ҙур, күләмле бурыс, беҙ уларҙы нисек башҡарырға кәрәклеген беләбеҙ. Ошо маҡсатта үҙәктән аҡса алдыҡ, шулай уҡ республика бюджетына аҡса һалдыҡ. Һуңғы ике йылда янғындар буйынса хәл тотороҡло ҡала.