2 февралдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә “Айыҡ ауыл” республика конкурсы барышында ведомство-ара партнерлыҡ йүнәлештәрен тикшерҙеләр.
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айыт-ҡолова быйыл республиканың ауыл биләмәләре араһында “Айыҡ ауыл” конкурсын етенсе тапҡыр уҙғарыуҙары хаҡында хәбәр итте. Уның маҡсаты – һаулыҡ һаҡлау мөхите булдырыу, демография күрһәткестәрен яҡшыртыу, ауыл халҡы башланғысы буйынса биләмәләрҙе төҙөкләндереү.
Алты йыл эсендә конкурс еңеүселәре 250 миллион һумдан ашыу аҡса алды һәм ауыл биләмәләре был сумманы үҙҙәренең йәмәғәт киңлектәрен үҙгәртеүгә йүнәлтте. Халыҡтың өҫтөнлөклө мәсьәләһе – балалар һәм спорт майҙансыҡтарын, парк һәм скверҙарҙы төҙөкләндереү.
– Уңыштың төп факторы – ведомство-ара партнерлыҡ. министрлыҡтарҙың, ведомстволарҙың, йәмәғәт ойошмаларының һәм муниципалитеттарҙың яйға һалынған эше һөҙөмтәһендә ҡуйылған бурыстарҙы системалы хәл итеү мөмкин булды, – тине Эльвира Айытҡолова.– Мәғариф һәм Спорт министрлыҡтары менән беҙ белем биреү учреждениеларының спорт инфраструктураһын рациональ файҙаланыуға өлгәшә алдыҡ – хәҙер ул бөтә ауыл халҡы өсөн дә асыҡ.
Бынан тыш, айыҡлыҡ көндәренә ярашлы, республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә йыл һайын ауыл халҡы өсөн “ҡыҙыу линиялар”, ғаиләләрҙе эшкә урынлаштырыу һәм комплекслы ярҙам күрһәтеү буйынса консультациялар, шулай уҡ “Минең ғаиләм”, “Хәстәрлек поездары” проекттары ойошторола. Төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән килешеү буйынса БДМУ вәкилдәре күсмә лекциялар үткәрә. Республика клиник наркодиспансеры ла алкоголгә бәйлелекте иҫкәртеү буйынса мәғлүмәт-аңлатыу сараларын ойоштора.
– 2024 йылдан алып конкурста еңеүсе 63 ауыл өсөн финанс грамоталылыҡ буйынса семинарҙар үтте, ә уларҙың китапхана фонды профилле әҙәбиәт менән тулыланды, – тине Эльвира Айытҡолова.– “Минең бизнесым” үҙәге ҡатнашлығында былтыр ауыл эшҡыуарҙары менән осрашыуҙар ойошторолдо, унда дәүләт ярҙамы саралары тикшерелде.
2026 йылда конкурстың республика этабына 52 муниципалитеттан 845 ауыл заявка тапшырған. Улар 31 марттан 3 апрелгә тиклем баһалама ағзалары алдында ауылды үҫтереү буйынса үҙ проекттарын яҡлаясаҡ.
Башҡортостан Башлығы “Айыҡ ауыл” конкурсының ауыл халҡы араһында популярлыҡ яулауын һәм уларҙың йәшәү сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итеүен билдәләне.
– Яҡшы күренеш. Инициатива тәғәйен маҡсатына ирешә һәм конкурста ҡатнашыусы халыҡ араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Берлектәге ҙур эшебеҙҙе дауам итәбеҙ.
Мәсетле районы ла конкурста әүҙем ҡатнаша. Былтыр муниципаль этапта Ясин ауылы иң яҡшыһы тип танылды. Улар республика кимәлендә финалға сыҡты һәм ауылды төҙөкләндереүгә, инфраструктураны үҫтереүгә 200 мең һум алды. Быйыл районыбыҙ исеменән Иҫке Мишәр ауылы сығыш яһай.