Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми
28 Февраль 2023, 11:25

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрендә яңылыҡтар

Яҙҙың беренсе көнөнән Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә яңы төҙәтмәләр индерелә. Водителдәрҙе нимә көтә? Шул турала һөйләйбеҙ.

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрендә яңылыҡтар
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрендә яңылыҡтар

Электрон документ
1 марттан ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренә документты электрон төрҙә күрһәтергә мөмкин. Әммә был ОСАГО полисына, электрон ПТС-ҡа, шулай уҡ юл ҡағыҙҙарына ғына ҡағыла – улар электрон төрҙә бирелә.
Был транспортты теркәү тураһындағы таныҡлыҡҡа һәм водитель таныҡлығына ҡағылмай. Улар ҡағыҙ формала ғына бирелә. Әле эксперимент бара, уның буйынса, “Дәүләт хеҙмәттәре Авто” ҡушымтаһы булған осраҡта, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренә был документтарҙы электрон төрҙә күрһәтергә мөмкин. Ләкин водителдең үҙе менән уларҙың ҡағыҙ нөсхәһе лә булыуы мотлаҡ.

Йүнәлтеүсе утрауҙар
Был ҡағиҙәләрҙә яңы төшөнсә – “Йүнәлтеүсе утрауҙар” барлыҡҡа килде. Ул ағымдың бүленеүен йәиһә уларҙың ҡушылыуын күрһәткән юл элементы.
Яңы ҡағиҙәлә бындай утрауҙа туҡтау тыйылған, тип яҙылған. Әлегә тиклем, тыйыу булмағанлыҡтан, был бәхәс тыуҙыра ине. Быға тиклем хәүефһеҙлек утрауҙарында ғына туҡтарға ярамаған.
Хәҙер йүнәлтеүсе утрауҙарҙа туҡтаған өсөн дә 500 һум штраф алырға мөмкин.

Мобиль саралар
Электр самокаттары, гироскутер һәм монотәгәрмәс шәхси мобиль сара тип аталасаҡ. Хәҙер улар өсөн ҡағиҙәләр яҙылған. Шул иҫәптән хәрәкәт тиҙлеген сәғәтенә 25 саҡрымға тиклем сикләү. Әгәр ҙә шәхси мобиль саралар тротуар буйлап хәрәкәт итһә, уның тиҙлеге йәйәүлеләрҙеке кеүек булырға тейеш. 35 килограмдан ауырыраҡ бул-ған бындай ҡоролмаларға тротуар буйлап йөрөү бөтөнләй тыйыла. Юлдарҙа иһә уларҙа сәғәтенә 60 км тиҙлек менән йөрөү рөхсәт ителгән урындарҙа ғына йөрөп буласаҡ.

Фото

Автор: