Бөтә яңылыҡтар
Рәсми
20 Февраль 2023, 09:00

Мәсетле районы медицина хеҙмәткәрҙәрен юғары наградалары менән ҡотлайбыҙ!

Дыуан районында Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының 2022 йылғы эшмәкәрлеге йомғаҡтары буйынса республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коллегияһы кәңәшмәһе уҙҙы.

Мәсетле районы медицина хеҙмәткәрҙәрен  юғары наградалары менән ҡотлайбыҙ!
Мәсетле районы медицина хеҙмәткәрҙәрен юғары наградалары менән ҡотлайбыҙ!

Сарала Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин, Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы етәксеһе Динара Ғашимова, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы аппараты, республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары хакимиәттәре башлыҡтары, үҙәк район дауаханаларының баш табиптары, медицина ойошмалары етәкселәре ҡатнашты.
Кәңәшмә барышында республиканың һаулыҡ һаҡлау учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә наградалар тапшырылды.
Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы хирургы, Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы Раян Мөхәмәҙиев һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары, һөнәри оҫталығы өсөн “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы” исеменә лайыҡ булды.
Оло Ҡыҙылбай фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Лилиә Шабанова һәм Абдулла фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Динә Фәризова һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары, Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау системаһында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре өсөн Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.
Шул уҡ көндө Айрат Рәхмәтуллин Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһына беренсел медицина-санитар ярҙам күрһәтеү өсөн күсмә медицина комплексы һатып алыуға сертификат тапшырҙы.
Шулай уҡ төбәктең һаулыҡ һаҡлау министры Мәсәғүт ауылында диализ үҙәге һәм балалар поликлиникаһы һалынған төҙөлөш майҙансыҡтарын ҡараны. Объекттар быйыл файҙаланыуға тапшырыла.
Бынан тыш, Мәсәғүт ауылында Өфө медицина колледжының филиалы асылды. Әлеге ваҡытта Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһында “Шәфҡәт туташы эше” һөнәре буйынса 1 төркөм уҡый.
– Колледж студенттарының уңышлы уҡыуы һәм сифатлы практик әҙерлек өсөн бөтә шарттар ҙа бар, китапханала кәрәкле әҙәбиәт тупланған. Киләһе уҡыу йылынан студенттар һаны артасаҡ, тағы ла ике төркөм асырға планлаштырабыҙ, уларҙа “Фельдшер” һәм “Шәфҡәт туташы” һөнәрҙәре буйынса уҡытыу ойоштороласаҡ, – тип хәбәр итә Дыуан районы хакимиәте башлығы Фаил Мөхәмәҙиев.

Автор: