Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми
22 Декабрь 2022, 09:40

Бер ғаиләлә тәрбиәләнгән балаларҙы бер үк белем биреү ойошмаларына өҫтөнлөклө ҡабул итеү хоҡуғы

2022 йылдың 21 ноябрендәге 465-ФЗ һанлы Федераль закон менән Рәсәй Федерацияһы Ғаилә кодексының 54-се статьяһы 2-се пунктының 2-се абзацы һәм “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында” 273-сө Федераль закондың 67-се статьяһының 3.1-се өлөшө яңы редакцияла бирелде. Ул бер ғаиләлә тәрбиәләнеүсе балаларҙы апаһы йәки ағаһы уҡыған мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү ойошмаларына өҫтөнлөклө ҡабул итеү хоҡуғын регламентлай.

Бер ғаиләлә тәрбиәләнгән балаларҙы  бер үк белем биреү ойошмаларына  өҫтөнлөклө ҡабул итеү хоҡуғы
Бер ғаиләлә тәрбиәләнгән балаларҙы бер үк белем биреү ойошмаларына өҫтөнлөклө ҡабул итеү хоҡуғы

Хәҙер бер ғаиләлә тәрбиәләнгән һәр бала, шул иҫәптән уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алынған, опека, попечителлектә булған, шул иҫәптән аҫрауға алынған йәки Рәсәй Федерацияһы субъекттары закондары менән ҡаралған осраҡта патронат ғаиләлә тәрбиәләнгән бала ағаһы йәиһә апаһы (бер туған, атаһы йә әсәһе бер), йәки ата-әсәһенең уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алған, законлы вәкиле булып торған балаһы уҡыған дәүләт йәиһә муниципаль белем биреү ойошмаһына төп дөйөм белем биреү программалары буйынса уҡыуға өҫтөнлөклө ҡабул итеү хоҡуғына эйә.
Был айырым предметтарҙы тәрән өйрәнгән йәиһә профилле уҡытыу алып барған дәүләт һәм муниципаль төп дөйөм һәм урта дөйөм белем биреү ойошмаларына, шулай уҡ физик культура һәм спорт өлкәһендә өҫтәмә һөнәр алды белем биреү программалары менән берләштерелгән төп дөйөм һәм урта дөйөм белем биреү программаларын, йәиһә айырым һайлап алыу юлы менән төп дөйөм һәм урта дөйөм белем биреү программалары менән берләштерелгән сәнғәт өлкәһендәге урта һөнәри белем биреү программаларын тормошҡа ашырыусы мәғариф ойошмаларына уҡыуға ҡабул итеү йәки күсереү осраҡтарына ҡағылмай.
Үҙгәрештәр 2022 йылдың 2 декабренән үҙ көсөнә инде.
Бер ғаиләлә тәрбиәләнгән башҡа балалар уҡыған белем биреү ойошмаһына өҫтөнлөклө ҡабул итеү хоҡуғын ғәмәлгә ашырыу уларҙың законлы вәкилдәренең – ата-әсәләрҙең, уллыҡҡа алыу-сыларҙың, опекундарҙың, попечителдәрҙең ғаризалары нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
Руслан ҒӘЛЛӘМОВ,
район прокуроры урынбаҫары.

Фото

Автор: