Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми
3 Ноябрь 2022, 09:15

Ноябрҙә үҙ көсөнә инә

Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе 2022 йылдың ноябрендә үҙ көсөнә инергә тейешле закондар буйынса аңлатмалар әҙерләне.

Ноябрҙә үҙ көсөнә инә
Ноябрҙә үҙ көсөнә инә

1 ноябрҙән
Асыҡ программа тәьминәте буйынса эксперимент. Хөкүмәт ҡарарына ярашлы, асыҡ программа тәьминәтен файҙаланыуға хоҡуҡ биреү буйынса эксперимент башланасаҡ, был ошо өлкәне үҫтерергә мөмкинлек бирәсәк. Унда ҡатнашыу ирекле, 2023 йылдың 1 апреленә тиклем ғариза бирергә мөмкин. Программа 2024 йылдың 30 апреленә тиклем дауам итә. Асыҡ программа тәьминәте (программное обеспечение – ПО) – ҡарау өсөн яраҡлы булған асыҡ башланғыс код менән программа тәьминәте. Был программаларҙың яңы версияларын булдырыу өсөн әҙер кодты файҙаланырға мөмкинлек бирә.
Камчатканан ҡыҙыл ыуылдырыҡ сығарыу сикләнә. Бер кеше самолет менән 10 килограмлыҡ деликатес үткәрә ала. Самолетта (багажда йәиһә ҡул йөгөндә) ыуылдырыҡ сығарыуға сикләү 2025 йылдың авгусына тиклем ғәмәлдә була. Бында һүҙ сәнәғәт кимәлендә етештерелмәгән, йәғни Евразия иҡтисади союзы тамғаһы ҡуйылған завод ҡаптары булмаған ыуылдырыҡ тураһында бара. Сара ярымутрауҙан законһыҙ ыуылдырыҡ сығарыуҙы сикләргә тейеш.

2 ноябрҙән
Евразия иҡтисади союзы электрон тәмәке һәм электр парландырғыстарҙы маркировкалауҙы индерә. Евразия иҡтисади союзы сиктәрендә электрон тәмәке һәм электр парландырғыстарҙы идентификация саралары менән маркировкалау индерелә. Евразия иҡтисади союзы дәүләттәре билдә ҡуйыуҙы индереү датаһын һәм тәртибен үҙ аллы билдәләй. Алты айҙан да һуңға ҡалмай ошо хаҡта мәғлүмәтте Европа иҡтисад комиссияһына еткерергә кәрәк.
Стадиондарҙа турникет һәм моторлаштырылған ҡапҡалар ҡуйыласаҡ. Стадионға контроль-үткәреү пункты, турникет йәиһә моторлаштырылған ҡапҡа аша үтергә мөмкин буласаҡ. Үткәүелдәр стационар иҫәпләү ҡоролмалары менән йыһазландырылырға тейеш. Компьютер тамашасының йәиһә ярышта ҡатнашыусының Fan ID-һын уҡый (2022 йылдың 1 июненән көйәрмәндең паспортын индереү тураһында закон көсөнә инде) һәм ошондай документтың статусын билдәләй – уға инеү рөхсәт ителә йәиһә тыйыла.

7 ноябрҙән
Таможня хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре автотранспорт хәрәкәтен туҡтата ала. Йөк машиналарын туҡтатҡанда мобиль таможня төркөмөнөң эш итеү тәртибе билдәләнде. Автомобилде туҡтатҡандан һуң вазифалы кеше үҙе менән таныштырырға, водитель талабы буйынса хеҙмәт танытмаһын күрһәтергә тейеш. Бынан һуң таможня хеҙмәткәре водителгә видеорегистратор менән ҡулланыуы тураһында, транспортты туҡтатыу сәбәбен хәбәр итә һәм йөк машинаһы ташыған тауарҙарға документтар һорай.
Әгәр водитель мобиль төркөмдән ҡасырға йыйынһа, таможня хеҙмәтенең вазифалы кешеләренә ошондай транспорт сараһының артабанғы хәрәкәтен сикләү өсөн махсус саралар ҡулланыу рөхсәт ителә.

10 ноябрҙән
Ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙы мәжбүри конвертациялау. Инвесторҙар 10 ноябргә тиклем Рәсәй акцияларына депозитар расписка ҡағыҙҙарын мәжбүри конвертациялауға ғариза бирә ала. Бынан тыш, Рәсәйҙең ҡиммәтле ҡағыҙҙарын сит ил депозитарийҙарынан Рәсәйгә мәжбүри рәүештә күсерергә теләгәндәр ҙә ошондай хоҡуҡҡа эйә буласаҡ.

12 ноябрҙән
Дәүләт компаниялары үҙҙәренең тәьмин итеүсе компанияларын үҫтереүгә ярҙам итәсәк. Дәүләт ҡатнашлығындағы ҙур компаниялар подрядсыларҙы – бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү программаларын тормошҡа ашыра ала. Был программаларға финанс, хоҡуҡи, методик, мәғлүмәти һәм башҡа ярҙам саралары индерелеүе мөмкин.

23 ноябрҙән
Банктар Федераль һалым хеҙмәте аша кредит каникулына хоҡуҡты тикшерә ала. Мобилизацияланғандар һәм хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусылар өсөн кредит каникулдарына хоҡуҡты раҫлау тәртибе ябайлаштырылды: кредиторҙар был мәғлүмәтте Оборона министрлығынан тейешле мәғлүмәт алған федераль һалым хеҙмәтенән һорай ала.

Автор:Лариса Михалькова