Мәсетле тормошо
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми
24 Октябрь 2022, 10:00

Тура линия

Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров менән тура бәйләнешкә үҙ һорауығыҙҙы еткерергә мөмкин. Тура эфирҙы 27 октябрь 19.00 сәғәттә республиканың төп каналдары эфирында һәм төбәк етәксеһенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә ҡарарға мөмкин.

Тура линия
Тура линия

Һорау ебәреү өсөн ике ысул:
- беренсенән, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһендә комментарий ҡалдырырға мөмкин (vk.com/ radiyhabirov, ok.ru/radiyhabi-rov);
- шулай уҡ glavarb.ru сайты аша видеоһорау ебәрергә була.
Һорауҙы видео форматында ебәрер өсөн “Дәүләт хеҙмәттәре” сайтында теркәлеү мөһим. Артабан glavarb.ru сайтына инергә, “Дәүләт хеҙмәттәре. Бергәләп хәл итәбеҙ” тигән виджитты табырға, “Проблема тураһында хәбәр итергә” тигән пунктты һайларға кәрәк. Асылған форма буйынса видеоһорауҙы беркетегеҙ, һеҙҙең һорауға бәйле бүлекте һайлап бөтә юлдарҙы тултырығыҙ.
Видеоһорауға талаптар:
- яҙманы телефондан ебәргәндә, оҙайлығы бер минуттан, файлды компьютер аша оҙатҡанда ауырлығы 10 мегабайттан артмаһын;
- видеоны бина эсендә төшөргән осраҡта, бүлмә яҡты булырға, һорау биреүсенең йөҙө асыҡ күренергә тейеш;
- видеоны горизонталь рәүештә төшөрөргә, яҙма сифатлы булһын өсөн камера һелкенмәҫкә тейеш;
- видеояҙма урамда төшөрөлһә, һорау биреүсенең тауышы ишетелеүен мотлаҡ тикшереүегеҙ һорала;
- һорау бирер алдынан исем фамилияғыҙҙы һәм ҡайҙа йәшәүегеҙҙе, иң аҙаҡта был һорауҙың Радий Хәбиров менән тура бәйләнешкә ебәрелеүен әйтеп үтергә онотмағыҙ.

Фото: Олег Яровиков https://bash.bashinform.ru/news/politics/2022-10-21/27-oktyabr-bash-ortostan-bashly-y-men-n-tura-liniya-u-asa-2995187 

Автор:Лариса Михалькова