Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми
26 Май 2022, 15:05

Тырыштар моратына ирешә

Район хакимиәтенең кәңәшмәләр залында уҡыуҙа, ижадта, райондың спорт һәм йәмәғәт тормошонда юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән, республика олимпиадалары, фәнни-ғәмәли конференциялар, ярыштар һәм конкурстарҙа еңеү яулаған егет һәм ҡыҙҙарҙы, уларҙы әҙерләгән остаздарын хөрмәтләп ҡотланылар.

Тырыштар моратына ирешә
Тырыштар моратына ирешә

Сәләмләү һүҙҙәре менән район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин мөрәжәғәт итте һәм балаларға белем биргән педагогтарға фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Балаларының һәләттәрен ваҡытында күреп ҡалып, уларға үҫешергә ярҙам иткән ата-әсәләргә лә рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны был көндө.
Артабан еңеүселәр үҙҙәренә тәғәйен ҡотлауҙарҙы ҡабул итте. Башҡорт гимназияһының 11-се класс уҡыусыһы Анита Ғафароваға йәмғиәтте өйрәнеү фәне буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының республика этабы призеры дипломы тапшырылды. Уны әҙерләгән уҡытыусыһы Светлана Рәхимова Мәғариф һәм фән министрлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Дыуан-Мәсетле мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Алида Ғатауллина (етәксеһе – Гөлнара Ғәлиева) В. И. Вернадский исемендәге йәш тикшеренеүселәр эштәре VII республика конкурсының “Химия” секцияһында “Тотороҡло үҫеш проблемалары өлкәһендә иң яҡшы эш өсөн” номинацияһында диплом һәм XXIII Бөтә Рәсәй “Ломоносов уҡыуҙары” фәнни-ғәмәли конференцияһында “Ҡыҙыҡлы фәнни эш өсөн” номинацияһында III дәрәжә диплом менән наградланды.
В. И. Вернадский исемендәге йәш тикшеренеүселәр эштәре VII республика конкурсында төрлө номинацияларҙа диплом менән бүләкләнделәр: “Химия” секцияһында “Иң яҡшы доклад өсөн” номинацияһында Оло Ыҡтамаҡ лицейының 8-се класс уҡыусыһы Елизавета Дремина (Алена Королева), “Халыҡ мәҙәниәте, Рәсәй ауылдары тарихы һәм мәҙәниәте” секцияһында Түбәнге Бобин мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Софья Кобякова (Мария Кобякова) II дәрәжә диплом, “Математиканың төрлө өлкәләрендә теоретик һәм ғәмәли мәсьәләләрҙе хәл итеүҙең яңы ысулдары” номинацияһында Дыуан-Мәсетле мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Гөлназ Алхәйҙәрова (Гөлнара Хисамова һәм Флорида Сәлихова), “Тарих” секцияһында “Иң яҡшы доклад” номинацияһында Әләгәҙ мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Зариф Сәфәров (Гүзәл Ғилметдинова).
XXIII Бөтә Рәсәй “Ломоносов уҡыуҙары” фәнни-ғәмәли конференцияһында II дәрәжә диплом менән Дыуан-Мәсетле мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Камилла Фазылова (Гөлнара Ғәлиева) “Ҡыҙыҡлы тикшеренеү эше” номинацияһында билдәләнде.
“Леонардо” Бөтә Рәсәй һүрәт конкурсында Оло Ыҡтамаҡ лицейы уҡыусыһы Виктория Могильникова еңеүсе тип табылды.
“Йыл уҡыусыһы” район конкурсы йомғаҡтары буйынса Анита Ғафарова, Василина Жильцова һәм Зариф Сәфәров еңеүсе тип табылдылар. Улар грамота һәм аҡсалата приз менән бүләкләнде.
Ә “Мәктәп волейбол лигаһы” республика турнирында II урын яулаған Оло Ыҡтамаҡ лицейы ҡыҙҙар командаһы грамота һәм кубокка лайыҡ булды.
Айгөл ШАРАПОВА.

Автор:Лариса Михалькова