Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми
11 Март 2022, 15:30

Мәсетлеләр – “Берҙәм Рәсәй” форумында

4 мартта Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй партияһы ағзаларының “Старт 24” республика форумы үтте.

Мәсетлеләр – “Берҙәм Рәсәй” форумында
Мәсетлеләр – “Берҙәм Рәсәй” форумында

Уның барышында төбәк бүлексәһенең отчет-һайлау конференцияһы уҙҙы. Форумда Башҡортостан Республикаһы Башлығы, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының Үҙәк башҡарма комитеты етәксеһе, партияның Генераль советы секретары урынбаҫары Александр Сидякин сығыш яһаны.
Форум эшендә “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй партияһының Мәсетле районындағы урындағы бүлексәһе секретары Әнис Әсәҙуллин, Мәсетле районы муниципаль район Советында “Берҙәм Рәсәй” партияһының депутаттар берләшмәһе етәксеһе Флүр Дусмөхәмәтов, урындағы бүлексәнең башҡарма секретары Зилә Рәхимҡолова ҡатнашты.
Майҙансыҡтарҙа “Депутат корпусы – Республика командаһы/ Хәбиров командаһы”, “Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү стратегияһы 2035”, “Атайсал-яҡташтар” темаһына түңәрәк өҫтәлдәр уҙҙы. Шулай уҡ урындағы бүлексә секретарҙары өсөн “Үргә” мобиль ҡушымтаһында эшләү һәм коммерцияға ҡарамаған ойошма гранттарына ғаризалар әҙерләү буйынса уҡыу ойошторолдо.
Партияның төбәк бүлексәһе отчет-һайлау конференцияһында “Берҙәм Рәсәй”ҙең Башҡортостан төбәк бүлексәһе секретары, төбәк сәйәси советы һәм президиумы, төбәк контроль комиссияһының яңы составы һайланды.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһе секретары вазифаһына күпселек тауыш менән ҡайтанан һайланды.
Мәсетле районы муниципаль район Советында “Берҙәм Рәсәй” партияһының депутаттар берекмәһе етәксеһе Флүр Дусмөхәмәтов төбәк сәйәси советының яңы составына инде.
Анфиса ИШМӨХӘМӘТОВА.

Автор:Лариса Михалькова