Бөтә яңылыҡтар
Рәсми
13 Декабрь 2021, 12:40

Мәсетлеләр “Берҙәм Рәсәй” партияһының юбилей съезында ҡатнашты

Мәскәү ҡалаһында “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының ХХ съезының өсөнсө һуңғы этабы уҙҙы, унда Мәсетле районы урындағы бүлексәһенең башҡарма секретары Зилә Рәхимҡолова һәм муниципаль район Советында “Берҙәм Рәсәй” партияһының депутаттар берләшмәһе етәксеһе Флүр Дусмөхәмәтов ҡатнашты.

Мәсетлеләр “Берҙәм Рәсәй” партияһының юбилей съезында ҡатнашты
Мәсетлеләр “Берҙәм Рәсәй” партияһының юбилей съезында ҡатнашты

Видеоконференция режимында Рәсәй Президенты Владимир Путин съезд делегаттарына мөрәжәғәт итте. Ул партия ағзаларын 20 йыллыҡ юбилей менән ҡотланы һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының ил өсөн яуаплылыҡ алыуын, кешеләр өсөн эшләй белеүен иң көслө яғы булараҡ билдәләне.
Съезда шулай уҡ сентябрҙәге Дәүләт Думаһына һайлау кампанияһына йомғаҡ яһалды, партияның биш йыллыҡ эшмәкәрлегенә отчет тәҡдим ителде, “Берҙәм Рәсәй” партияһының Дәүләт Думаһына һайлауға барғанда өҫтөнлөклө йүнәлеш итеп алған халыҡ программаһын тормошҡа ашырыу буйынса артабанғы эш планы раҫланды. Уставҡа ярашлы, “Берҙәм Рәсәй”ҙең етәксе һәм үҙәк органдары ҡайтанан һайланды.
Тауыш биреү йомғаҡтары буйынса Дмитрий Медведев – партия рәйесе, ә Борис Грызлов “Берҙәм Рәсәй”ҙең Юғары советы рәйесе итеп ҡайтанан һайланды.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров партияның Генераль советы составына инде, шулай уҡ уға Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев һәм республиканың иң йәш вәкиле, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаты Яков Кугубаев инде. Партияның Юғары советы составына Башҡортостандан ике вәкил – сенатор Лилиә Ғүмәрова һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев инде.
Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин Үҙәк контроль комиссияһы ағзаһы итеп һайланды. Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин – “Берҙәм Рәсәй” партияһының Үҙәк башҡарма комитеты етәксеһе.
– “Берҙәм Рәсәй” партияһында эш башлағанда уҡ мин урындағы Мәсетле районы бүлексәһен юғары кимәлгә сығарыу, намыҫлы эшләү һәм иң яҡшыларҙан яҡшыһы булыу маҡсатын ҡуйҙым, – ти Зилә Вәғиз ҡыҙы. – Шундай юғары планкаға өлгәшеүемә шатмын. Рәсәйҙәрҙең йәшәү кимәлен һәм сифатын күтәреү, граждандарға ярҙам сараларын артабан көсәйтеү һәм үҫтереү партияның төп өҫтөнлөгө булып тора. Көнүҙәк һәм социаль әһәмиәтле партия проекттары арҡаһында районыбыҙ йылдан-йыл үҙгәрә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: быйыл Мәсетле районының урындағы бүлексәһе Башҡортостан Республикаһында иң яҡшыларҙың береһе тип танылды, “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡорт-остан төбәк бүлеге урындағы бүлексәләре араһында конкурс лауреаты дипломы менән бүләкләнде.
Лариса РИЗВАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова