Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми
8 Октябрь 2021, 17:05

Байрам көнөндә – наградалар

Уҡытыусылар көнө уңайынан район хакимиәтенең ултырыштар залында педагогтарға наградалар тапшырылды. Тантаналы сарала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин сәләмләне.

Байрам көнөндә – наградалар
Байрам көнөндә – наградалар

– Педагогтарға фиҙаҡәр хеҙмәттәре, балаларҙа һәләттәрен асып, уларҙы үҫтерә белеүҙәре, һөнәрҙәренә тоғро булыуҙары, күңел йылыһын һалып эшләүҙәре өсөн ысын күңелдән рәхмәт белдерәм. Сәләмәтлек, яҡшы кәйеф, бәхет, именлек һәм мәғариф өлкәһендә уңыштар теләйем, – тине ул сығышында.
Артабан хакимиәт башлығы район мәғариф бүлегенең төп белгесе Айгөл Ризванова менән бергә уҡытыусыларға почетлы наградалар тапшырҙы. Шулар араһында күп йыллыҡ фиҙаҡәр, уңышлы хеҙмәте, юғары һөнәри эшмәкәрлеге өсөн “Рәсәй Федерацияһы тәрбиә һәм мәғариф өлкәһенең почетлы хеҙмәткәре” билдәһен Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренер-уҡытыусыһы Динат Абдрахманов, Әләгәҙ мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әнүзә Сираева алды.
Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһына Х. Я. Фәтҡуллин исемендәге Дыуан-Мәсетле мәктәбе директоры Анфиса Ғәйнетдинова менән Оло Аҡа мәктәбенең татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альбина Нурыева лайыҡ булды (һүрәттә).
Район мәғариф бүлегенең Почет грамотаһы Х. Я. Фәтҡуллин исемендәге Дыуан-Мәсетле мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Лариса Әбделмәнова, Түбәнге Бобин мәктәбенең тарих һәм йәм-ғиәтте өйрәнеү фәндәре уҡытыусыһы Румия Ғәбитова һәм Әләгәҙ мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Хажиеваға тапшырылды.

Автор:Айгуль  Шарапова